Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
29 Июль 2022, 09:27

Изге тауға барыр алдынан Һаулыҡты самалағыҙ

"Олоғайған, йән-иман тураһында уйланыр ваҡытта ошондай шаҡшылыҡ менән булышыу оят түгелме, тип әйтеп ҡараған булдым да ул, аңланымы икән? Был ҡапҡанға мышы эләкһә – бер бәлә, урманда йөрөгән кешеләр бәләгә тарыу ихтималы ла ныҡ юғары!"  

Изге тауға барыр алдынан Һаулыҡты самалағыҙИзге тауға барыр алдынан Һаулыҡты самалағыҙ
Изге тауға барыр алдынан Һаулыҡты самалағыҙ

Иң башта ҡот осҡос енәйәт тураһында бәйән итәйек. “Ирәмәл” тәбиғәт паркы начальнигы Мирдар Дияров быйыл яҙ мышылар йөрөгән һуҡмаҡта соҡонған ике кешене тап итә. Яндарына килеп, ни эшләүҙәре менән ҡыҙыҡһына. Тегеләр – ләм-мим.  Шикләнеп Мирдар Руслан улы  тирә-йүнде диҡҡәт менән тикшерә башлай. Ярай ҙа, уяулыҡты юғалтмай, йәшерелгән сипте абайлай. Осона таяҡ менән төртөп ҡараһа,  кинәт урман түшәмәһе аҫтынан   тимер дуғалар  сыңлап килтереп бәрә. Баҡһаң, ҡапҡан ҡуйылған икән. Автомобиль рессорҙарынан ҡулдан яһалған. Шундай ҡәбәхәт ниәт менән ҡорола –  ауыртыуҙан тилергән бахыр мышы хәле бәтәп йығылғансы артынан дәү ағас бүкәне һөйрәп эҙ ҡалдырырасаҡ. Браконьерҙарға  табыу  анһатҡа төшөр ине. Мышыларҙы әүрәтеү өсөн тоҙ киҫәге лә һалынып ҡуйылған. Ә иң йәнде ҡарайтҡаны -  ошо тиргә ҡарай  атлаған вазифалы кешене иҫкәртмәйҙәр  бит әле – ҡапҡанға әләгеп имгәнер, тип самаланылар микән?

-Урындағы кешеләр, береһенә 72 йәш. Олоғайған, йән-иман тураһында уйланыр ваҡытта ошондай шаҡшылыҡ менән булышыу оят түгелме, тип әйтеп ҡараған булдым да ул, аңланымы икән? Был ҡапҡанға мышы эләкһә – бер бәлә, урманда йөрөгән кешеләр бәләгә тарыу ихтималы ла ныҡ юғары!  – ти Мирдар Дияров.- Бөтә материалдар эске эштәр бүлегенә тапшырылды, ни менән тамамланырын инде, тикшереү һаман дауам итә. Әйткәндәй, был ике әҙәмдән теркәлмәгән һунар мылтығы ла тартып алынды.

....быйыл “Ирәмәл”  паркы биләмәләренә  бер мышы атылғайны инде. Айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә кәсеп иткән өсөн яза – 500 мең һумға тиклем штраф (зыянды ҡаплауҙан тыш!), 2 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре йә иректән мәхрүм ителеү. Әгәр ҙә енәйәт вазифаны файҙаланып, алдан килешеп йә төркөм составында башҡарыла йә айырыуса ҙур зыян килтерә икән, шраф 1 миллион һумға тиклем арта, ғәйепленең 3 йылға тиклем ултыртылыуы мөмкин. Белешмә өсөн: 40 мең һумдан ашыу зыян – ҙур, 120 меңдән артһа – айырыуса ҙур, тип баһалана.

  Хәйер, тәртип күҙәтеү уңайлыраҡ булһын өсөн парк хеҙмәткәрҙәренә ошо арала 3 өр-яңы мотоцикл тапшырылған. 

 Тәбиғәт паркы начальнигы һүҙенән, парк һәм “Урал-Тау” заказнигы биләмәләрендә йәнлектәр донъяһы ишәйә бара.  Тәртипле йөрөһәләр, ғәйәт киң йәйелгән биләмләрҙә ( парк һәм заказниктың дөйөм майҙаны –йөҙ мең гектарҙы ашып китә) туристар ағымы йәнлектәргә һис тә зыян килтермәй. Ә сәйәхәт ҡылыусылар байтаҡ. Ирәмлгә өс йүнәлештән баралар: Учалы, Белорет яҡтарына һәм  Силәбе өлкәһенән -Төлөктән. Үкенес, иң һай ағым беҙҙең райондан икән. Сәбәбе ябай – юл юҡ. Бына, мәҫәлән, изге тау түбәһенә тиклем Төлөктән 7 километр  йәйү атларға кәрәк, Белорет яғынан – 8 саҡрым тирәһе, ә Байһаҡалдан  - 16, Ихсандан (Яңы Хәсәйендән) – 22 километр ҙа йыйылып китә,ти. Әммә Учалы яғынан да яҡыныраҡ автомобилдә барыу форсаты бар: айырым туроператорҙар махсус килешеү төҙөп, УАЗ автомобилендә туристарҙы Байһаҡал һәм Ихсан юлдары киҫелешенә, “Мөхәббәт яланына” тиклем  еткерә, унан иһә 6-7 километр йәйәү атлайһы ҡала. Бер ҙә ат хаҡы түгел – төркөмдән – 2360, һәр кешенән – 200 һум хаҡ алына был привилегия өсөн.

Иҫкәртергә кәрәктер,  айырыуса һаҡланған биләмәләргә үткәреү пункттарын  урап техникала үтеүселәргә  апаруҡ штрафтар һалына. Улай ғына ла түгел, башбаштаҡлы граждандарҙың енәйәт сараһы, йәғни техникалары тартып алыныуы ла ихтимал. Тәртипле булығыҙ, аҙағынан терһәк тешләргә тура килмәһен!

-Туроператорҙар менән, ойошҡан рәүештә йөрөгән туристар тәбиәғәтте һаҡлау яғынан, әлбиттә, өҫтөнлөклөрәк, - ти Мирдар Руслан улы. –Миҫал өсөн,  Мөхәмәтовтар етәкләгән төркөмдәр үҙҙәренең сүп-сарын алып ҡайтыу ғына түгел, икенсе шапшаҡтарҙан ҡалған көнкүреш ҡалдыҡтарын да йыйып үҙҙәренә сауап алалар.  Үткәреү пункттарында барыһына ла поилэтилен тоҡтар бирелә.  Беҙ ҙә,  парк һәм заказниктың 17 хеҙмәткәре, аҙна һайын турист һуҡмаҡтарын таҙартырға сығабыҙ. Исмаһам, Ирәмәлебеҙ ғиффәтле ҡиәфәттә ҡалһын инде!

Шулай уҡ әңгәмәсебеҙ, ойошҡан  төркөм менән сыҡҡанда именлек проблемаһы еңелерәк тәьмин ителеүен һыҙыҡ өҫтәнә алды.  Өйөңәдә ултырғанда ғына барыһы ла анһат булып күренә бит ул, ә ҡара урманда, тау-таш араһында һуҡмаҡтан саҡ  тайпылдыңмы, көндәр буйына аҙашып, ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып  интегеп йөрөйәсәкһең.... Көн торошо ла даланан ныҡ айырыла  тундра хәлендәге бейеклектәрҙә. Бына быйыл эҫе көндә кинәт борсаҡ яуа ла, оҙайлы ваҡытҡа Ирәмәл биттәре боҙға ҡаплана.  Өҫтә ҡалғандарға имен-аман төшкәнсе байтаҡ ҡаңғырырға тура килгән. Берәйһе ошо мәлдә аҙашҡан булһа, йә , Хоҙай һаҡлаһын, боҙға тайып аяғын һындырһа, тамам күшегер ине.

-Барыһын да экстремаль сәйәхәт ҡылыр алдынан  сәләмәтлектәрен самаларға өндәйем, - ти парк начальнигы. – Күпме ара үргә ҡарай һуҡмаҡтан атлау, таштарҙан үрмәләп түбәгә  артылыу – организм өсөн бик етди һынау. Юғиһә, быйыл да  булды ошондай хәл:  көсөргәнештән оло кешенең йөрәк  өйәнәге ҡупты, көс-хәл, оло мәшәҡәттәр менән  квадроциклда ултыраҡҡа еткерелә, унан ғына “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды. Медиктар ҡулына эләккәнсе оҙаҡ ваҡыт үтәсәге алдан билдәле, кемдеңдер өлгөрмәй ҡалыуы ла мөмкин...

 Мәҡәләнең аҙағында төҙөкләндереү эштәре тураһында ла яҙып китәйек.

Хәбәр иткәйнек  инде- “Матур донъяла матур балалар” хәйриә фондынан отҡан грант иҫәбенә “Ирәмәл” тәбиғәт паркында һуҡмаҡтарға таҡта түшәмәләр һалына.  Былтыр Учалы йүнәлешенән (“Мәхәббәт бишеге” тип аталған  тораҡтан  Ташйылғаға тиклем)  200 метр һалынһа, быйыл  Төлөктән – 80, Белорет йүнәлешенән – 1000 метрҙа башҡарыла  был эш.  Йәйәүле туристар өсөн ныҡ ҡулай,  сөнки уйынсыҡтай матур түшәмә батҡыл урындарҙан, шишмәләр өҫтөнән үтә. Еүеш  тупраҡ тапалып тығыҙланмауы экологияны һаҡлау йәһәтенән дә бик яҡшы.  Яңы һуҡмаҡты һынап ҡараған кешеләрҙән һораштыҡ, һәләк тә оҡшатҡандар. Үрҙә әйткәндәрҙән тыш, парк хеҙмәткәрҙәре яңы маршруттар һалыу (маркировкалау) менән  шөғөлләнә. Хәҙер байтаҡ туристарға Ирәмәлдең түбәһенә күтәрелеү генә етмәй икән, тирә-йүндәге ҡырағай, кеше аяғы бик һирәк йә бөтөнләй баҫмаған урындарҙы күрге килә –Әүәләк һырты, Абараш-Баш, Синяк, Тығын үҙәне һәм башҡа.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – “ Ирәмәл” паркына рәхим итегеҙ, ләкин тәбиғәт ғибәҙәтханаһында үҙеңде әҙәпле һәм тәртипле  тотоу тураһында онотмағыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас