Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Июль 2022, 08:54

Яңы йыл менән, дуҫтар!

1444 йыл барыбыҙ өсөн дә яҡшылыҡтар ғына килтерһен, бөтә көйөнөстәр артта ҡалһын!

Яңы йыл менән, дуҫтар!Яңы йыл менән, дуҫтар!
Яңы йыл менән, дуҫтар!
Бөгөн, ҡояш батҡас, яңы, 1444 йыл башлана. Барыбыҙ өсөн дә яҡшылыҡтар ғына килтерһен, бөтә көйөнөстәр артта ҡалһын!
 
Һижрәт — ғәрәп һүҙе, сит ергә күсеп китеү, тигәнде аңлата. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм башҡа мосолмандарҙың Мәккәнән Йәсрибкә /аҙаҡ Мәҙинә/ күсенеүе һижрәт тип атала. Был хәл 622 йылда була. Ошо йылдан башлап мосолманлыҡ нығына һәм киң тарала башлай. Тимәк, йыл иҫәбе 622 йылдың 16 июленән иҫәпләнә. Тәүге ай Мөхәррәм айы тип атала.

Һижри йыл иҫәбе Миләди йыл иҫәбенә тап килмәй. Миләди — тыуыу тигән һүҙ. Миләди йыл — хәҙерге календарь йылы — Ғайса Пәйғәмбәр тыуған йылдан башлана. Һижри йыл менән Миләди йылдарҙың айырмаһын ябай арифметик юл менән, йәғни 622 һанын алып ташлап ҡына иҫәпләп сығарып булмай, сөнки хәҙерге календарь йылының ай көндәре Мосолман календарының ай көндәренә тап килмәй. Мосолман йылы 354 (кәбисә йылы 355) көндән торһа, миләди йыл 365 (кәбисә йылы 366) көндән тора. Шуның өсөн йылдар иҫәбен иң яҡшыһы дини календарҙан ҡарап белергә кәрәк.

Ай көндәренең һаны тап килмәгәнлектән, мосолман байрамдарының көндәре, ураҙа айҙары ла төрлө ваҡытҡа тура килә. Мөхәррәм айы — 30 көн, Сәфәр айы — 29, Рәбиғел әүүәл айы — 30, Рәбиғел ахыр айы — 29, Йомадиәл әүүәл — 30, Йомадиәл ахыр — 30, Рәжәб — 30, Шәғбан — 29, Рамаҙан — 30, Шәүүәл −29, Зөлҡәғиҙә — 29, Зөлхизә — 30 көн (Башҡорт Википедияһынан).
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас