Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
1 Август 2022, 11:13

Кәрәк булһа, үҫмәй ҙә инәлтер әле!

Колумнистика

Кәрәк булһа, үҫмәй ҙә инәлтер әле!Кәрәк булһа, үҫмәй ҙә инәлтер әле!
Кәрәк булһа, үҫмәй ҙә инәлтер әле!

Америка  менән  Англия  журналистары саң ҡаға:  үҙенә лә санкциялар яуҙырыуҙан ҡурҡмайынса, Ҡытай Рәсәйгә  һәр яҡлап булышлыҡ итәсәге тураһында белдергән. Иҡтисади өлкәлә, кәрәк икән – хатта хәрби даирәлә, мәҫәлән,  пилотһыҙ осоу аппараттары менән беҙҙе  тәьмин итәсәктәр, тип хафаланалар.

 “Яңы дәүер өсөн ҡеүәтле тәҡдимдәр” (“Сильные идеи для нового времени”) форумында бер эшҡыуар Рәсәйҙә элек сәй урынына күпләп эселгән боланутты (иван-чай)  әле лә күберәк етештереү һәм ҡулланыу тураһында һүҙ сығарғайны. РФ Президенты В.В.Путин был тәҡдимде хуплағас, РФ Ауыл хужалығы ла киреләнеп торманы: боланутты ауыл хужалығы продукцияһы исемлегенә керетергә йыйыналар, был осраҡта етештереүселәр дәүләт субсидияларына дәғүә итә аласаҡтар.  Әйткәндәй, тейешенсә әҙерләнгән  боланут, ысынлап та, файҙалы һәм тәме  эсемлек, беҙҙең Учалы районында ла ошо өлкәлә кәсеп итеүселәр бар.

Күрше илдәргә барғанда ҡуйылған пандемия  сикләүҙәре 15 июлдән ғәмәлдән сығарылды. Шул иҫәптән Ҡаҙағстан менән.  Яҡын ятып та, беҙ генә белмәй ятабыҙ икән, үҙәк мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Троицк аша ваҡ партия  тауар ташыусы алыпһатарҙар ныҡ ишәйгән, ти.  Дәү-дәү муҡсалар тейәнгән “челноктар”. Әллә ни  хаҡ айырылмаһа ла, осһоҙораҡ торған  тауарҙар табып, килем алырға мөмкиндер инде.

Ивар Калыныш исемле Латвия киноактерын хәтеләйһегеҙҙер, байтаҡ совет киноларында төштө:”ТАСС уполномочен заявить”, “Не стреляйте в белых лебедей”, “Зимняя вишня”.  Рәсәй тамашасылары ҡарамаһа, эт тә белмәҫ ине бит үҙен! Хәҙер килеп,  Украиналағы операцияға ризаһыҙлыҡ белдереп, Рәсәйҙә башҡа эшләмәйәсәкмен  тип бартамлай, “....элек төшкән киноларымды сығарып ташлағыҙ!”-тип сәбәләнә икән. Был кинофильмдар  уныҡы түгел, совет дәүләте аҡсаһына төшөрөлгән. Әгәр ҙә заманында  этешеп-төртөшөп үҙе  роль алмаһа, унан башҡа ла талантлы актерҙар табылыр ине. Ә бөгөнгө көндә, олоғая һәм холоҡһоҙлана барған, кәләш артынан кәләш алмаштырған (икенсеһе үҙенән – 24, өсөнсөһө – 30 йылға кесе) артистың беҙгә һуҡыр тин кәрәге лә юҡ.

Һиндостанда 64 йәшлек Драупади Мурму ханым  президент итеп һайланды. Әһәмиәтле ҡаҙаныш. Беренсенән, йәмғиәттәренең түбәнге социаль ҡатламынан ( кастанан) икән, беҙҙән айырмалы, борондан “аҡ һөйәк-ҡара һөйәктәргә” рәсми рәүештә   бүленеп бөткәндәр был илдә. Икенсенән – “милли әҙселек” халҡынан, санталдар ҡабиләһе 6 миилиондан ашыу булһа ла, 1 миллиард 400 миллион кеше йәшәгән Һиндостан өсөн улар бары “нацмен”. Әйткәндәй, Мурму ханымға бындай үҙенсәлектәре өсөн генә өҫтөнлөк бирелмәй, байтаҡ йылдар губернатор вазифаһында уңышлы эшләгән. Эйе, парламент республикаһы булғас, Һиндостанда төп власть премьер-министр ҡулында, әммә президенттың дә әһәмиәте етелек.

Сосновский балтырғаны ниндәй зәһәр сүп үләне икәнлеге тураһында яҙғайныҡ. Рәсәй Газ һәм нефть университеты ғалимдары  тап ошо үҫемлектән сорбент яһау технологияһын уйлап тапҡан. Сорбент – шыйыҡсалағы заралы ҡушымталарҙы үҙенә һеңдергән матдә, был осраҡта предприятиеларҙың техник һыуҙарын таҙартыу, түгелгән нефть продукттарын ер-һыу өҫтөнән йыйыу тураһында һүҙ бара. Ысынлап та эшкә ярай икән, яһил үҫемлек менән көрәш әлеге ваҡыттағы йөкләмәнән (талапты инҡар иткән ер хужаларына ҙур штрафтар һалына) яңы килем сығанағына ла әйләнеүе мөмкин. Кәрәк булһа, үҫмәй ҙә инәлтер әле!

Аҡса күбәйһә, кеше  майына сыҙаша алмай һикергеләй башлай торған. Мәскәү өлкәһендә бер әҙәм  (һөнәре буйынса адвокат)  йортонда ниңәлер шәхси зоопарк тота.  Маймыл вольерҙан ҡасып, күрше йорт ихатаһында уйнаған бәләкәй балаларға һөжүм итә.  Кес кенә ҡыҙыҡайҙы ажарланған януар ныҡ имгәтә, әсәһе көскә балаһын ҡотҡара алған. Шундуҡ дауаханаға һалына, ипләнеп кенә китһен инде!

Ғалимдар сәйер халыҡ инде.  150 миллион йыл элек диңгеҙ төбөндә йәшәгән  яңы йәнлек төрө табыла ла, Украина президенты исеме Зеленский исеме бирелә.  Ausichicrinites zelenskyyi.  – энәтиреле, умыртҡаһыҙ (!) мәхлүктәр төркөмөнә ҡарай. Был тәүге осраҡ түгел: бер көйә күбәләге Дональд Трамп исемен йөрөтһә, яңы паразит селәүсен Барак Обама хөрмәтенә атала. Ә был рәүештә иң билдәле бөжәк – Гитлер исеме ҡушылған ҡуңыҙ. Фашист юлбашсыһына бер Австрия энтомологы ошо рәүештә ялағайланған була, ҡәбәхәт ҡәнәғәт ҡала. Ә ҡәһәре “Anophthalmus hitleri “ ҡуңыҙының үҙенә төшә – былай ҙа һирәк бөжәкте коллекционерҙар,  “ҡомартҡы” сарсыған неонацистар сүпләп тамам юҡҡа сығара яҙҙы. Шуға ла Словения властары ошо бөжәкте тотоуҙы тулыһынса тыйырға мәжбүр булған.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас