

Сит яҡтарҙа йәшәп тә кесе Ватанын онотмаған яҡташтар Учалы районында ла етәрлек. Һуңғы йылдарҙа ошондай тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе республикала ғәмәлгә ашырылған “Атайсал” проекты берләштерә. Ошо көндәрҙә төбәк тарихы тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға менән тулыланды. Сығышы менән Наурыҙ ауылынан, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзы етәксеһе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова тыуған ауылы Наурыҙҙа беседкалар төҙөүҙең инициаторы булды. Проектты тормошҡа ашырыуҙа ауылдаштары ҙур ярҙам күрһәтте. Шәмбе ошо күркәм беседкаларҙы тантаналы рәүештә асыу сараһы үтте. Сарала Рәшиҙә Солтанова шәхсән үҙе лә ҡатнашты. "Атайсал" проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ иткән наурыҙҙар Район Советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, күптән түгел милләтебеҙҙең күренекле шәхесе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова күркәм ғүмер байрамын - 75 йәшен билдәләне.
Учалы районы Наурыҙ ауылы ҡыҙының барлыҡ тормош һәм эшмәкәрлек юлы республикабыҙ мәнфәғәттәренә йүнәлтелгән. Совет осоро мәктәбен дә, әлеге әүҙем, яңылыҡҡа ынтылышлы замандың талаптарын да юғары кимәлдә атҡарып сыға алыуы, һәр урында үҙ һүҙе, ныҡлы фекере булыуы, һоҡланғыс ойоштороу һәләте менән халҡыбыҙҙа оло хөрмәт, ихтирам яулаған ул. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы оҙаҡ йылдар Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзы етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ республикабыҙ халҡына бөтөн көсөн, күңелен һалып хеҙмәт итте. Олуғ милләттәшебеҙҙең тырыш хеҙмәте емештәрен әле лә татыйбыҙ, был эштәрҙең һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, киләсәк быуын вәкилдәренә лә ныҡлы терәк-таяныс буласаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙ мәнфәғәтендә әүҙем эшмәкәрлек алып барғаны, башҡорт мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн бөгөн Рәшиҙә Солтанованы «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләне. Юбилярға юғары награданы милли ойошма Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева тапшырҙы.