

“Мәргән уҡсы” төбәку-ара уғатарҙар фестивалендә Учалы районынан Лиана Ихсанова чемпион булды тип алдағы гәзит һанында хәбәр иткәйнек. "Ай, Уралым-Уралым" республика этнофестивалендә лә ғаиләләр ярышында Руслан һәм Лиана Әхмәҙиевтар – еңеүселәр, ошо фестиваль сиктәрендә “Баҡшай мәргәне” ярышында Лиана Ихсанова чемпион булды тип һөйөнсөләгәйнек. Бер үк мәргәнбикә тураһында һүҙ бара.
Гәзит уҡыусыларын яҡынданыраҡ таныштырып китәйек. Лиана ханымға 29 йәш, сығышы буйынса Тәтешле районынан. Тормош иптәше – Әхмәҙиев Руслан Ринат улы (ә уның тамырҙары Иманғол һәм Малай-Муйнаҡ ауылдарынан). Хужа – карате буйынса “Ирәмәл” клубында тренер, иптәше – йорт хужабикәһе. Ысын мәғәнәлә йорт хужабикәһе – йәшләй генә өс бала тәрбиәләүҙән, йорт эштәренән тыш, йылҡы-кәзә аҫрайҙар, ҡымыҙ бешәләр. Лиана Филарис ҡыҙы баҡсасылыҡ, тегенселек менән ихлас булышырға ла ваҡыт таба.Бар ғаилә менән уғатарлыҡ менән шөғөлләнәләргә лә ваҡыт табалар. Ат тотоуҙарының да сәбәбе – нәҡ һыбай уҡ атыу өсөн! ( Лиана ханым әлегә һыбай көйөнсә кереш тартмай, әммә тел төбөнән абайлана – был хаҡта ла уйлай башлаған).
-2016 йыл, иремдең һүҙен йыҡмай тәүләп ҡулыма уҡ-һаҙаҡ алдым. Ул саҡ шөғөлләнеүселәр күп тә түгел ине әле. Бик оҡшаны, шундуҡ әүрәнем. 2017 йыл Татарстанда үткән Бөтә Рәсәй турнирында 1-се урынға сығыу бәхете йылмайҙы. 2018 йыл Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡ уйындарында 6-сы урынға сығыуымды ла үҙем өсөн ҙур ҡаҙаныш тип ҡабул иттем – ифрат күп илдәрҙән тәжрибәле спортсылар көс һынашты бит. Шунан, Аллаһҡа шөкөр, бала тапҡас, күпмелер ваҡытҡа уғатарлыҡты туҡтатып торорға тура килде. Хәҙер йәнә яратҡан шөғөлгә тотонорға форсат бар, тағын күнекмәләр үткәрә башланым. Ярыштар алдынан – көнөнә икешәр тапҡыр 2-3 сәғәт дауамында! Йәшермәйем, көсөргнештән тән дә һыҙлап ала, күҙ йәштәре лә бөрсөлә, әммә оҡшағас оҡшай инде! Һөҙөмтәләр ҙә ҡанат ҡуя. Быйыл Бөрйәндәге турнирҙа 3-сө урын алып үҙ көсөмә инандым да, “Баҡшай мәргәнендә” яҡшы сығыш яһай алдыҡ – яңғыҙым да, иптәшем менән икәүләп тә беренсе урындарға сыҡтыҡ, -ти Лиана Филарис ҡыҙы.
Ошо һынауҙан бер аҙна үтеүгә, Татарстандың Елабуга ҡалаһында “Туған батыр” Бөтә Рәсәй турнирында икенсе урынға сығыу бәхете йылмая. Был сәфәргә сығырға дәртләндергән Рәис һәм Лилиә Низаметдиновтарға рәхмәт белдерҙе әңгәмәсебеҙ.
Ә ошо арала Баймаҡ районында ойошторолған “Мәргән уҡсы” тәбәк-ара фестивалендәге атыш тураһында ентекләберәк яҙып китәйек. “Корея дисциплинаһы” буйынса көс һынашҡанда 145 метр алыҫлыҡтағы сәпкә уҡ сөйәләр. 145 метр! Физкультура дәрестәрендә 100 метрҙы йүгереп үтеү ҙә апаруҡ ара булып тойолор ине, бында иһә бер ярым тапҡыр күберәк. Күпме көс һәм теүәллек талап ителә, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.... Бишәр уҡтан өс тапҡыр аталар. Сәп үҙе һыбайлы үлсәменән сығып төҫмөрләнгәндер: киңлеге -2, бейеклеге 2,66 метр.
-Эйе, эләктереү өсөн берсә физик әҙерлек тә, тапҡырлыҡ та талап ителә, шулай уҡ ян һәм уҡтарҙың сифаты ҙур роль уйнай. Хәйер, ҡоралды әҙерләү, уҡ-кереш яһау буйынса иптәшем теш ҡаҡҡан оҫта. Төп тренерым да фәҡәт ул. Ә бына икебеҙ ҙә кейгән милли кейемдәрҙе мин үҙем тектем, - ти Лиана ханым. –Ғөмүмән, уғатарлыҡ беҙҙең өсөн уйын йә спорт ҡына түгел, был беҙҙең ғаилә тормошобоҙҙоң бик мөһим өлөшө. Ғаилә ныҡлы булһын өсөн ҡыҙыҡһыныу-ҡомарҙар, шатлыҡ-ҡыуаныстар, хәстәрлек-мәнфәғәттәр ҙә уртаҡ булырға тейеш. Баларыбыҙға сәләмәт йәшәйеш өлгөһө биреүебеҙ тураһында әйтеп тораһы ла юҡ! Әйткәндәй, ҡәйнәм Рәшиҙә Морат ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Әнүәр Абдулла улына оло рәхмәт белдерәбеҙ – беҙ ярыштарға сыҡҡанда сабыйҙарҙы ышанып ҡалдырып торабыҙ. Үҙемдең ата-әсәм дә ( Филарис Риф улы – водитель, Гүзәл Ғаҡиф ҡыҙы – хужабикә) һәр саҡ хуплап, булышлыҡ итеп торалар. Шуға ла, бар еңеүҙәрем – команда менән эш итеүҙең һөҙөмтәһе!
Ә берҙәм команданың иң кескәй ағзалары - Таймия, Сөләймән һәм Сәләхетдин ата-әсәһенең шөғөлдәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтәләр, үҙҙәре лә атып маташа. Аллаһ бойорһа, танылған мәргәндәр ҙә булып китерҙәр әле, ҡан тарта бит ул, үрнәк тә һәр көн күҙ алдында!
Мәҡәләнең аҙағында шуны билдәләр инек: инвентарь алыу, турнирҙарға юл сығымдары – былар барыһы ла башлыса уҡсыларҙың үҙҙәренең энтузиазмы иҫәбенә бара . Спорт үҫтереүгә ҡаҙнанан, спонсорҙарҙан бүленгән аҡсаның бәләкәй генә өлөшөн булһа ла, тап ошо милли спортты йәйелдереүселәргә биреп булмай микән? Әйтәйек, күпме сығым талап иткән мотоспорт йә хоккейҙан уғатарлыҡтың ни ере кәм һуң? Беҙҙең шәхси фекергә, киреһенсә, күпкә өҫтөнөрәк. Бына, Лиана ханым менән Руслан Ринат улы сентябрь аҙағында Төркиәгә, IV Бөтә донъя күсмә халыҡ уйындарына барырға йыйыналар, матди булышлыҡ бер ҙә артыҡ булмаҫ ине уларға. Учалыбыҙҙың ғына түгел, Башҡортостандың, бөтә Рәсәйҙең намыҫын яҡлаясаҡтар бит!