Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Август 2022, 03:50

Иң яҡшы электрослесарь -Рөстәм Ибәтуллин

Баймаҡта торлаҡ-коммуналь тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең  һөнәр оҫталығы буйынса зона ярыштары үтте.

Иң яҡшы электрослесарь -Рөстәм ИбәтуллинИң яҡшы электрослесарь -Рөстәм Ибәтуллин
Иң яҡшы электрослесарь -Рөстәм Ибәтуллин

Баймаҡта торлаҡ-коммуналь тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең  һөнәр оҫталығы буйынса зона ярыштары үтте. Урал аръяғына ҡараған 10 район вәкилдәре  “Иретеп йәбештереүсе”, “Ҡаҙанлыҡ, юғары баҫымдағы ҡорамалдар эксплуатациялаусы хеҙмәткәр”, “Санитар-техник ҡоролмаларҙы монтажлаусы”, “Тракторсы-машинист”,  “Слесарь-электрик”, “Йорт биләмәләрен комплекслы тәрбиәләүсе эшсе” номинацияларында иң уңған һәм оҫталарҙы асыҡланылар.

 Учалылар, әлбиттә, һынатманы. “Учалы электр селтәрҙәре” предприятиеһы электрослесары Рөстәм Ибәтуллин һәм ЖЭУ-2 слесарь-сантехнигы Таһирйән Әмировтарға тиңдәр табылманы, ышаныслы рәүештә “Һөнәр буйынса иң яҡшы” исемдәрен яулап алдылар. “Учалы йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһынан Рәвил Ниязов  - 2-се, электромонтер Азат Усманов һәм иретеп йәбештереүсе Николай Зайцев – хөрмәт баҫҡысының 3-сө тупһаһына  күтәрелделәр. Дөйөм иҫәптә Учалы командаһы “көмөш миҙалға” лайыҡ булды.

Рөстәм Илдар улы Ибәтуллинға 36 йәш, “Электр селтәрҙәре”предприятиеһында  2019 йылдан хеҙмәт итә ( уға тиклем тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән).  Трансформатор подстанцияларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән мәшғүл. Бындай ярыштарҙа тәүләп ҡатнаша һәм шундуҡ еңеү!  Әңгәмләшкән ваҡытта бының сәбәбенә лә йәһәт  төшөндөк: сағыштырмаса йәш булһа ла, олпатлығы һәм яуаплылығы йөҙөнә сыҡҡан.  Шулай инде, еңел-елпе иптәштәрҙең электр ҡоролмаларынан ситтәрәк йөрөүе хәйерле. Бына бит, ифрат юғары көсөргәнештәге энергия сығанаҡтары менән эш итеү шомландырмаймы, тигән һорауыбыҙға, баҫалҡы ғына йылмайҙы: “ Инструкция-ҡағиҙәләрҙе тайпылышһыҙ теүәл үтәһәң, ҡурҡыныс бер ни юҡ!”

Зона ярышында теориянан  ике тиҫтә һорауға дөрөҫ яуап биреп, ҡул менән эшләү һәләтен күрһәтеп (әйтәйек, 50 минут ваҡыт  бирелгән электр теҙмәһен ҡороу заданиеһын  35 минутта шартына килтереп башҡара) Рөстәм Илдар улы  үҙенең оҫтанан-оҫта икәнлеген асыҡ иҫбатлай. Хәҙер инде уға  республика ярышында далан йылмайыуын теләп ҡалабыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас