Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Август 2022, 04:00

Рәүил Рафиҡ улы Ниязов

Икенсе урынға сыҡты, әммә еңеүҙәре лә бихисап.

 Әле икенсе урынға сыҡҡан “Учалы йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһынан   ҡаҙанлыҡтарҙың өлкән  операторы  Рәүил Рафиҡ улы  Ниязов зона ярыштарында 5 тапҡыр еңгән быға тиклем,  республика кимәлендә лә 1-се һәм 3-сө урындарға сыҡҡаны була, “Башҡортостан мастеры” знагына ла күкрәгенә тағыла. Предприятиела 2000 йылдан (уға тиклем Үзбәкстанда, ТЭЦ-та эшләп өлгөрә). Шулай булғас, күмер, мазут һәм газ яғыулығы айырмаһын ныҡ яҡшы белгән кеше.

-Заманында ҡап-ҡара булып буялып йөрөй торғайныҡ, хәҙер ни, уңайлы һәм еңел  генә түгел, таҙа ла - “спецовка” оҙаҡ ваҡыт бөхтә көйөнсә һаҡлана, - тип йылмайҙы ул.- Былтыр район ҡаҙанлығында ҙур модернизация үтте, ике ҡаҙанлыҡ тулыһынса автоматлаштырылды – эшләүе хәҙер кинәнес кенә тиерлек!

  Эйе, әүәле дәүерҙәге  ҡаҙанлыҡтар менән сағыштырырлыҡ та түгел шул.  Үҙеңде ледокол-атомоход эсендә һымаҡ тояһың: ике-өс ҡат йорт бейеклегендә дәү ҡоролмалар, баҫҡыстар, әллә ниндәй прибор-шкала-торбалар.  Ошондай “техноген шырлыҡта” аҙашып ҡалмаҫ өсөн тәжрибә лә, махсус белем дә байтаҡ талап ителә.

 .....Әҙәм балаһы шулай яратылған инде - берәй яҡшылыҡ күрә икән, күпмелер ваҡыттан, һәр ваҡыт нәҡ  шулай булырға тейеш, тип өйрәнә лә китә. Яҡтылыҡ ҡабыҙған һайын, крандан һыуһын ҡандырған йә һалҡын ҡышта йылы  өйгә инеп ирәйгән саҡта, был ҡот-бәрәкәттәр  үҙенән-үҙе булмауы, уларҙың сығанағында   Рөстәм Илдар улы, Рәүил Рафиҡ улы кеүек тырыш, зирәк һәм намыҫсан осталар тороуын иҫкә алып, эстән булһа ла рәхмәт әйтеп ҡуяйыҡ! Йорттарыбыҙ ниңә яҡты һәм йылы? Торлаҡ-коммуналь тармаҡ хеҙмәткәрҙәре эштәрен күңел йылыһы биреп башҡарған өсөндөр төп өлөштә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас