Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Август 2022, 03:41

Тартай теленән табыр!

Колумнистика

Тартай теленән табыр!Тартай теленән табыр!
Тартай теленән табыр!

Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә бағышланған парадты сит илдәр оло диҡҡәт менән күҙәткән икән.  РФ Президенты В.В.Путиндың: “ Циркон” ракета комплекстары менән яҡын айҙарҙа  флот тәьмин ителә башлаясаҡ”, - тигән хәбәре  айырыуса хафаға һалған. Инглиз хәрби эксперттары, 5 минут эсендә Лондонға килеп етәсәк, тип иҫәпләп тә ҡуйған. Эйе, “Циркон”  тауыштан 9 тапҡыр тиҙерәк, сәғәтенә 10 мең километр (!) менән оса, дошмандарҙың уны бәреп төшөрөрлөк ҡоралы әлегә юҡ.  Сәлешләнгән-еңмешләнгән саҡтарында был хаҡта ла онотмауҙары бик яҡшы. Борондан әйтелгән бит: “Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән”.

Рәсәй Президенты указы менән Башҡортостанда тыуып үҫкән ике егеткә — Өфөнән Максим Серафимовҡа һәм Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамовҡа  Украинала махсус операция барышында күрһәткән батырлыҡтары  өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.  Был хаҡта  йәмәғәтселеккә  БР Башлығы Радий Хәбиров   хәбәр итте.«Әле бик ауыр тантана булды. Беҙ ошо егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәсәй Геройы йондоҙҙарын тапшырҙыҡ. Беҙ шундай егеттәрҙең булыуы менән ғорурланабыҙ», — тип билдәләй ул хөкүмәт кәңәшмәһендә.

Рәсәйҙә Анатолий Чубайсты ихтирам иткән кешене табыуы ҡыйындыр. Ельциндың ҡуштаны булып йөрөнө, приватизация менән халыҡты төп башҡа ултыртты, нанотехнологиялар менән әүрәтеп  күпме дәүләт аҡсаһын елгә осорҙо; бына әле лә, РФ Президентының  махсус вәкиле булһа ла,  Украинала операция башланыу менән сит илдәргә сығып тайҙы. Ҡыҫҡаһы, яҡшы яҡтан телгә алырлыҡ ҡылмыштарын иҫкә алыуы ҡатмарлы. Шулай ҙа, ҡаты сиргә һалышҡан тигәнде ишеткәс, нисектер йәл дә булып китте.  “Синдром Гийена-Барре” тигән диагноз менән дауаханаға һалынған. Күсәрҙән ысҡынған иммун системаһы нервыларҙы  зарарлай башлай, фалиж һуғыуы ла ихтимал.  Барыбыҙ ҙа әҙәм балалары ғына инде, донъя вәсүәсәләренә тора алмайынса, ҡасандыр Юғары Хөкөм  буласағы тураһында онотоп китәбеҙ.

Ниндәй генә әҙәм аҡтыҡтары йөрөмәй беҙҙең арала. Сыуашстанда полицейҙар  тикшереү өсөн ВАЗ-2114 автомобилен туҡтата.  29 йәшлек водитель (Марий Эл республикаһынан) лаяҡыл иҫерек булһа ла, золом ҡылырға хәл таба: багажниктан канистр менән бензин алып инспекторға һирпә, ут төртә.  Хоҡуҡ һаҡлаусы егеттең 50 проценттан ашыу тәне бешкән.... Ҡәбәхәт үҙе барған машинаны ла яндыра ла, сығып ҡаса.

Шаяртыуҙар, ҡағиҙә булараҡ, үпкәләшеүҙәр менән тамамлана. “Шаяртҡан” кешенең үҙенә генә үҙе  һөйләгәне  күңелле мәрәкә булып күренә бит инде, шаяртылыусы иһә мәсхәрәләү, тип ҡабул итә (һыр бирмәҫкә тырышһа ла!)  Айрыуса тоҙһоҙ “шаяртыуҙар”  күпкә күңелһеҙерәк тамамлана.  Швецияның гандбол буйынса йыйылма командаһының баш тренерынан Коппенгаген аэропортында, сумаҙан эсендә нимә алып бараң, тип һорағастары, ауыҙ йырып:”Бомба!”- тип яуаплай. Шундуҡ ҡулға алынды, терминалдан пассажирҙар эвакуациялана, саперҙар эшкә егелә. Тәбиғи, бер ниндәй бомба табылмай, ә тренер донъя чемпионатына бара алмайынса, терһәк тешләп тотҡонда ултыра. Тартай теленән табыр! Әйткәндәй, тартай (коростель) башлыса үлән-ҡыуаҡ араһында боҫрп йәшәгән ҡош, абайлауы ҡыйын, күрәһең, тауыш сығара башлаһа, йыртҡыстарҙың теш-тырнағына элгәлер.

Маймыл тиһәләр нимә күҙ алдына килә? Әлбиттә, сос һәм шаян йәнлек, фәҡәт урман януары.  Бөтә булмыштары расизмға, неоколониализмға  ҡоролған Көнбайыш илдәрендә хәлдәр икенсерәктер инде. Нью-Йорк (АҠШ) һаулыҡ һаҡлау департаменты башлығы Ашвин Васан  Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына  рәсми мөрәжәғәт итеп, “маймыл сәсәге” (“оспа обезьян”) сиренең исемен үҙгәртеүҙе талап итте, кире осраҡта, йәнәһе лә Африканан сыҡҡан кешеләргә һәм гомосексуалистарға ҡарата кәмһетеү кеүек ишетелә.  Аҙғындарҙың был яңы сир менән йышыраҡ ауырыуы билдәле, ә негрҙарҙың ниндәй ҡағылышы бар һуң?  Беҙ, Америка менән Европанан айырмалы, бер ваҡытта ла кешелектең бер расаһын да хайуандарға тиң тотмайбыҙ, интернационализмды әсә һөтө менән һеңдерәбеҙ!  Ә “маймыл сәсәге” атамаһы яңы сир тәүләп  маймылдарҙа асыҡланыу менән генә аңлатыла. Әйткәндәй,  Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы яңыраҡ ғәҙәттән тыш хәл иғлан итте -   “маймыл сәсәге” менән ауырыусылар һаны 16 меңде үтеп киткән, Хоҙай һаҡлаһын.

Санкт-Петербургта  ир шәрәмәте ике-өс йыл бер ҡатын менән мәхәббәт бәйләнешендә тора. Ихахай-михахай, ресторандар, бүләктәр.... Шулай ҙа, күпме генә сөсөлдәшмәһен, ир бөтә сығымдарын теүәл теркәп барған икән. Ташлашҡандан һуң элекке һөйгәненән бөтә кире ҡайтарыуҙы талап итә. Ҡатын 62 мең һумды кире бирә, әммә ир (ир?)  тағын да 162 мең һумды давайлаша, хатта, тотҡан аҡсаһына процент өҫтәүҙән дә ғәрләнмәгән.  Суд үтте, ҡомһоҙ бәндәнең дәғүәләре кире ҡағылған. Әйткәндәй, ҡатын һүҙенән, тап ирҙең үҙенең хыянаттары ташлашыуға сәбәп булған, яңы һөйәркәләргә яңы бүләктәргә аҡсаһы ҡалмағандыр инде.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас