

Алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, тырышып донъя көткән байтаҡ кешеләрҙе беләм. Учалы ҡалаһында йәшәүсе Мәүлитҡоловтар ғаиләһе - шундайҙар иҫәбендә. Рәсүл ауылы егете Мәүлитҡолов Азат Фәнил улы Учалы тау - байыҡтырыу комбинатында мастер, ә һөйөклө ҡатыны, Өргөн ауылы һылыуы Сәғитова Айгөл Ильдар ҡыҙы - Учалы ҡалаһының беренсе башҡорт лицейында, кадрҙар бүлеге белгесе.
Яҡты уйлы, татыу, өлгөлө ғаилә. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Умартасылыҡ менән етди шөғөлләнеп, сифатлы балды һатыуға сығарып, халыҡты ҡыуандыралар.
Райондаштары араһында ихтирам, танылыу яулаған Мәүлитҡоловтар ғаиләһенә яҡты, матур киләсәк, уңыштар, һөйөнөстәр теләйем!
Татлы бал
Дан һеҙҙең ҙур умарталыҡ,
Баҡса тулы сәскә - гөл.
Рәсүл егете Азат һәм
Өргөн һылыуы Айгөл!
Икәүгеҙ ҙә - уңған, дәртле,
Бәхетле бер матур пар.
Ғүмерегеҙ бәрәкәтле, -
Алдығыҙҙа маҡсат бар!
Һәр йыл һеҙҙән һатып алам
Хуш еҫ бөрккән, татлы бал.
Шөкөр, баллап сәй эсеүе, -
Йөрәгемә - шифа, ял!
Рәхмәт әйтәм. Һеҙҙең хаҡта
Күберәк белһен халыҡ.
...Бәхетегеҙ ташып торһон, -
Ҙурайһын умарталыҡ!
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619