

Доставалов исемендәге батальон яугирҙәренә Башҡортостандан бетеүҙәр алып килдек, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Доставалов исемендәге батальондың һәр яугиренә боронғо башҡорт хәрби ҡалҡаны төшөрөлгән бәләкәй генә бетеү тапшырҙыҡ. Бер аҙна элек Шайморатов исемендәге батальонға ла шундай бетеүҙәр ҡалдырғайныҡ. Күңел йылыһы һалынған бетеүҙәрҙе уларҙың хәләл ефеттәре биреп ебәрҙе», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, был тылсымдарҙы Урал аръяғы оҫталары эшләгән.