

Районыбыҙҙа «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты старт алды.
Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, районда даими теркәлгән пенсия йәшендәге кешеләргә (ҡатын –ҡыҙ – 55, ирҙәр – 60 йәштән оло) бер көнлөк туристик сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек бирелә.
Учалыларға “ Бөрйәнгә рәхим итегеҙ” туры тәҡдим ителә (Шүлгән-таш мәмерйәһе һәм комплекс). Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт -https://clck.ru/sUAp3.
18, 19, 23 август сәйәхәт ойошторола. Трансфер (алып барыу), страховкалау, тур үткәреү, гид хеҙмәтләндереүе – бушлай, туҡланыу һәр кемдең үҙенең иҫәбенә.Ҡатнашыу өсөн ошо сайтта теркәлеп заявка ҡалдырыр кәрәк - долголетие.соцтуризмрб.рф. Йәки Туризм үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була: Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 7-се йорт (2-се ҡатта), телефон +7 (34791) 6-30-49.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм.” проекты байтаҡ маршруттар буйынса башҡарыла, ял итеүселәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра. Мөһим социаль әһәмиәткә эйә был эш. Халыҡҡа тыуған яҡтарҙы яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра, был оло быуын кешеләре өсөн бик мөһим – үҙеңә генә йомолоп йортоңда бикләнеп ултырһаң, кәйеф тә хәрт була, сәләмәтлек тә ҡаҡшай.
Йәйҙең һуңғы эҫе көндәрҙең рәхәтен күреп ҡалығыҙ, хөрмәтле ағай-апайҙар!