

Радик Юлъяҡшин, сәхнә псевдонимы Элвин Грей), социаль селтәрҙәрҙә үҙенең Мәскәүгә күсеп китеүе хаҡында белдерҙе. Башҡаса ул башҡорт һәм татар телдәрендә йырламаясаҡ.
«Мин китәм, - тип яҙҙы артист. - Быйыл милли проектты тамамларға булдым. 2022 йылда башҡорт һәм татар телдәрендә һуңғы йырҙарымды сығарам. Быны милли эстрадала 16 йыллыҡ ижад юлыма йомғаҡ тип әйтергә мөмкин. 2023 йылдың яҙында Татарстанда һәм Башҡортостанда, Мәскәүҙә концерттарымды ойошторам. Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем. Һеҙҙең мине аңлауығыҙға ышанам».
«Ҡайтҡас та әйберҙәребеҙҙе йыйып, күсенеп китәбеҙ. Рус телендә күп материалдар йыйылды, ҙур альбом. Ҡазан менән Өфө араһында йөрөп, проектты тормошҡа ашырып булмай. Шуға күрә илебеҙҙең баш ҡалаһына күсенергә тигән ҡарар ҡабул иттем. Оҙаҡламай мине федераль каналдарҙа ишетерһегеҙ һәм күрерһегеҙ тип өмөтләнәм», - тине йырсы.
Йырсы тиҙҙән ҡатыны менән илебеҙҙең баш ҡалаһына күсеп китергә ниәтләй.
Фото - ЯндексМузыка.