

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡарнаеваға БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ике өр-яңы “Лада – Гранта” автомобиле асҡыстарын тантаналы тапшырҙы. “БР һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел быуынын модернизациялау” тәбәк программаһы сәбәпсе был ҡыуаныслы ваҡиға. Автомобилдәр тейешенсә йыһазландырылған, төп тәғәйенләнеше –атлауы ҡыйын булған кешеләрҙе медицина учреждениеларына ташыу, участка терапевтары, тар йүнәлештәге белгестәрҙе пациенттарҙың өйҙәренә илтеү, анализ алыу һәм башҡа. Быйыл ғына дауаханабыҙға 6 дана автотехника бүленде, тип хәбәр иттеләр учреждениела.
Транспорт күбәйгән һайын яҡшыраҡ инде ул. Был йәһәттә бер генә миҫал. Бына беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, “аҙ мобилле” ҡатламға бер нисек тә ҡарамайбыҙ, киреһенсә, хәбәрсене аяғы аҫрай, тип әйтәләр. Шулай ҙа ваҡытында диспансеризация үтеү өсөн нисектер форсат сыҡмай тик тора ине. Ошо көндәрҙә килеп мобиль диспансеризация үткәргәндәр ине, һәләк тә оҡшап ҡалды. Итәғәтле ҡыҙ-егеттәр автобустары менән мәғлүмәт үҙәге ихатаһына автобус менән үтеп, төп медицина тикшереүҙәре башҡарҙылар: ЭКГ, ҡан анализы, сатурацияны (кислород менән туйғырылышты) билдәләү һәм башҡа. Анкета менән һорау алыуҙары ла, күп ваҡыт сарыф итмәйенсә кешенең сәләмәтлеге тураһында байтаҡ мәғлүмәт бирәлер – яҡын туғандар араһында инсульт-инфаркт кисереүселәр бармы, коронавирус менән сирләгәндән һуң тынды ҡыҫамы, көнөнә нисә тәмәке тартағыҙ, айына күпме хәмер тура килә һәм башҡа күп. Табип төпсөнөп, ә пациент бәйле-бәйһеҙ хәбәре менән уның ҡолаҡ итен кимереп аҙапланғансы, былай күпкә уңайлыраҡ икән.
Был эш алымын үҙәк дауахана 5 августа ҡуллана башлаған. Ай аҙағына тиклем күсмә ФАП байтаҡ ауылдарҙы (Ҡарт-Муйнаҡ, Ҡунаҡбай, Бөйҙө, Ғәлиәхмәр, Рәсүл), предприятие-учреждениеларҙы (тегеү фабрикаһы,”Уралташ”, “ Башавтотранс”, “РИВС” заводы, “СДК”, “Коммунальщик”, “Водоканал” һәм башҡа) байҡап сығасаҡ. Хәйерле юл, тип ихлас теләп ҡалабыҙ.