Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Август 2022, 04:48

Кеше батып үлгән.....

Пляж әҙер түгел әле, һыу инергә ярамай. Ә эскеселәр бында күп, ти.... Полицияға йышыраҡ рейдтар үткәреү һис тә ҡамасауламаҫ ине!

Кеше батып үлгән.....Кеше батып үлгән.....
Кеше батып үлгән.....

8 август бер яҡташыбыҙ ҡала быуаһында һыу ингәндә мәйетте тап итә. Ярға сығара, Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итә.

Һуңынан бәләгә тарыусының шәхесе асыҡлана -  урта йәштәрҙәге урындағы кеше, эскеселек менән мауыҡҡан булған, тип ишеттек, тәнендә криминаль характерҙағы яра-имгәнеүҙәр табылмаған.   Тәне ике көн һыуҙа ятҡан, тип фараз ителә.

.....ҡала быуаһы буйҙарында реконструкция үтеүе тураһында гәзиттә яҙғайныҡ. Был күләмле эш тамамланмаған әле, йәғни, һыу инеү унда рөхсәт ителмәй! Үҙ башына ғына тыйыуҙы инҡар иткән  был яҡташыбыҙ.  Ғөмүмән, пляж әҙер булмаһа ла, халыҡ унда күп ҡайнаша. Хәмер һемереүселәр ҙә юҡ түгел. Полиция унда йышыраҡ рейдтар үткәреп, йәмәғәт урындарында алкоголь ҡулланыусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырһа, бер ҙә насар булмаҫ ине!

 Йыл башынан төбәгебеҙҙә өс кеше һыуҙа һәләк булды.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас