

Белорет ҡалаһында пенсионер ҡатынды талағандар. Полиция хеҙмәткәрҙәре был енәйәттә ғәйепләнеүсе үҫмерҙәрҙе эҙләй, тип хәбәр итә республика буйынса Эске эштәр министрлығы.
Хәл былай була. Белорет ҡалаһында йәшәүсе 76 йәшлек ҡатын полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә. Ул һөйләүенсә, 28 июлдә көндөҙ Киров урамында уға 12-14 йәшлек малай йүгереп килә һәм ҡулынан сумкаһын тартып ала. Унда 1,1 мең һум аҡса, паспорт, кеҫә телефоны һәм янсыҡ булған. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре сыға һәм тикшереү башлана. Пенсионер ҡатындың сумкаһын эт тапҡан, тиелә. Унда, аҡсанан тыш, бөтә әйберҙәр үҙ урынында булған.
Хәбәр ителеүенсә, видеокүҙәтеү камералары ғәйепле енәйәтселәрҙе теркәгән. Яҙма кадрҙарында ике бәлиғ булмағандың йортто буйлап йөрөгәне күренә, һуңынан үҫмерҙәрҙең береһе пенсионерҙың артынан бара һәм унан сумкаһын тартып ала. Бер нисә секундтан малай кире йүгерә, ләкин камера объективына башҡа эләкмәй. Ғәйепләнеүселәрҙе асыҡлау буйынса оператив-эҙләү эштәре әлегә һөҙөмтә бирмәгән.
Полиция ваҡиға шаһиттарын Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6 адресы буйынса йәки 8-347-92-3-24-02, 3-33-02, 8-906-371-88-89, 8 (347) 279-39-02, 279-32-92 йәки 02 (кеҫә телефонынан 102) телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.
Фото: Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы.