Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Август 2022, 06:15

Ҡыяр ашау файҙалы

Ҡыярҙа бәхет гормоны – серотонин бар. Шуға күрә был йәшелсәне кәйеф төшкәндә, арығанда һәм депрессия ваҡытында ашарға кәңәш ителә.

Ҡыяр ашау файҙалыҠыяр ашау файҙалы
Ҡыяр ашау файҙалы

Ҡыярҙа бәхет гормоны – серотонин бар. Шуға күрә был йәшелсәне кәйеф төшкәндә, арығанда һәм депрессия ваҡытында ашарға кәңәш ителә.

Диетологтар ауырлыҡты кәметеү, шешенеүҙе бөтөрөү һәм тиренең торошон яҡшыртыу өсөн яңы өҙөлгән ҡыяр ашарға кәңәш итә.
Белгестәр белдереүенсә, ҡыяр организмды таҙартырға һәм аш эшкәртеү системаһы эшен яйға һалырға, целлюлиттан ҡотолорға ярҙам итә.
Был йәшелсә 95 процент һыуҙан тора, ҡалған биш проценты клетчатка тәшкил итә. Ҡыяр шулай уҡ май барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулай торған тартрон кислотаһына ла бай.
Ҡыярҙы әрсемәй генә ашағыҙ. Уның ҡабығында К, А, С һәм В төркөмөнә ҡараған витаминдар, шулай уҡ тимер, калий, фосфор, баҡыр һәм магний минералдары бар.

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас