

Сауҙа үҙәгендә магазинды асыу тураһында мәғлүмәтте раҫланылар. Әйберҙәрҙе һатыу ҡасанға тиклем дауам итер, билдәһеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә бутиктар март айында уҡ ябылғайны. Йәй башында Швеция компанияһының магазиндарҙа ҡалған тауарҙарҙы һатып, Рәсәй баҙарынан китергә йыйыныуы билдәле булды.
Тәүҙә Өфөлә һәм Рәсәйҙә магазиндар 1 августа асыла тип иғлан ителде. Ләкин һуңғараҡ Өфөләге сауҙа үҙәктәренең береһендә бутиктың 15 августа асылыуы хаҡында белдерҙеләр.
https://vk.com/bashkortostanim