

БР Башлығы Радий Хәбиров Ырымбур өлкәһенә, М.Шайморатов ис. Башҡорт мотоуҡсылар батальонының хәрби әҙерлек үткән часҡа барҙы. Яугирҙәрҙең тактик күнекмәләрен ҡараны, йәшәү шарттары менән танышты. Аралашҡан ваҡытта һалдаттар үҙҙәренең ғаиләләренә ярҙам итеүен һораны. «Был минең бурысым һәм яуаплылығым, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙам күрһәтербеҙ, һеҙҙең ҡайтҡанды бергәләп көтөрбөҙ». Бынан тыш, хәрбиҙәр махсус операция тамамланғандан һуң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонды тарҡатмаҫҡа тәҡдим итте. Республикала шулай уҡ Рәсәй Геройы, гвардия майоры Александр Доставалов исемендәге Башҡорт батальоны ойошторолдо. Июлдә был батальон да хәрби әҙерлек үтергә юлланды. Барыһы ла иҫән-аман әйләнеп ҡайтһындар инде!
Сахалин өлкәһендә губернатор һәм Углегорск мэры Дмитирий Цуканов халыҡ менән осрашҡан була. Бер ҡатын ярһып насар шарттарҙа йәшәүе тураһында һөйләй, бына, хатта, йортта дымлы булғас, аяҡ кейемдәрен үңәҙ ҡапланы, тип күрһәтә һәм ошо ботинка менән мэрға бәрә. Интернетта шау-шыу ҡупҡас, Алыҫ Көнсығыш федераль округы буйынса РФ Президенты вәкиле Юрий Трутнев, тәртипһеҙ ҡатынды язаға тарттырыу өсөн сәбәп күрмәйем, ярҙам итер кәрәк, тип яҙып сыҡты. Әллә инде..... вазифа бурысын үтәгән кешегә халыҡ алдында ботинка менән бәргәнде күрмәмеш булһаҡ, янъялсылар таш менән дә елгәрә башламаҫтармы? Насар өлгө һәләк тә йоғошло бит ул. Әйткәндәй, ауыл халҡы ғына сабыр һәм дәғүәһеҙ инде, йәшәгән йорто хөртәйә башлаһа, яңыны төҙөү йә йүнәтеүҙе үҙаллы хәстәрләй башлай; ҡаланыҡылар иһә, “авария хәлендәге йортта” интегәм тип бәлә һалырға өйрәтелде, әйтерһең, фатирҙары шәхси милектәре түгел.
Немецтар үлгәндәрҙең мәйеттәрен крематорийҙа яндырырға күнеккәндәр – сама менән мәрхүмдәрҙең дүрттән өс өлөшө ошо рәүештә һуңғы хеҙмәтләндереү ала. Германияның ерләү бюроһы ассоциацияһы борсолоу белдерҙе: тәбиғи газ етмәй башлаһа, крематорийҙар эшмәкәрлеге тотҡарланасаҡ, электр энергияһына күсеүен күсеп була, әммә бының өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителәсәк. Бына шулай, Көнбайыш Рәсәйгә иғлан иткән санкцияларҙан күберәге үҙҙәре зыян күрә – тереләр генә түгел, үлеләр ҙә.
ВЦИОМ үҙәге тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, 88 процент Рәсәй кешеләре арыу-йонсоу тойғоһон кисерә. Ундайҙар айырыуса 18-34 йәшлектәр һәм оло быуын вәкидлдәре араһында күп. Тәүгеләр менән аңлашыла – белем алыу, эшкә урынлашып үҙеңде күрһәтеү, ғаилә ҡороу, бәләкәй бала тәрбиәләү күп көс талап итә. Ә ололарҙың байтағы үҙҙәренең олоғайыуын бер ҙә танырға теләмәй шул, йәш саҡтағы кеүек тотоналар ҙа, хәлдән таялар. Тормош көтөүҙән арығандар араһында ирҙәргә ҡарағанда ҡатындар, байҙарға ҡарағанда ярлылар һәм ҡала кешеләренә ҡарағанда ауылдыҡылар күберәк. Ҡыҫҡаһы, кеше эшләү өсөн йәшәмәй, йәшәр өсөн эшләй, тигәнде онотмағыҙ!
Тишек йыртыҡтан көлә, кеүегерәк килеп сыға. Социологтар күләмле тикшереү үткәрҙе лә, халыҡты ахмаҡлыҡта ғәйепләне: Ҡояш Ер тирәләй әйләнәме, тигән һорауға 35 процент кешеләр “эйе” тип яуап биргән. 15 йыл элек ундайҙар 28 процент булған, тимәк, рәсәйлеләр наҙаная бара, тип һығымта яһай белгестәр. Ә физиктар был гуманитарийҙарҙың үҙҙәренән көлә. Сөнки, координата системаһының башын Ҡояш тип түгел, Ерҙе ҡабул иткәндә, “Ҡояш Ер тирәләй әйләнә” яуабы ғилми йәһәттән бер ҙә хилафлыҡ түгел, ти. Тимәк, был 35 процент йә ныҡ аҡыллылыр.....йә тома наҙандар.
Төмән өлкәһенең бер ауылында көн күргән 73 йәшлек пенсионеркаға енәйәт эше ҡуҙғатылды – баҡсаһында 300 тирәһе төп мәк үҫтереүе асыҡлана. Закон буйынса “айырыуса ҙур күләм” тип баһалана, бының өсөн максималь яза - 8 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу. Апайҙың, күмәскә мәк һалып бешереү өсөн генә кәрәк булды, тип аҡланыуынан хәҙер файҙа юҡ. Әйткәндәй, баҡсала үҫкән киндер менән дә һаҡ булығыҙ, һис уйламағанда бәләгә ҡалыу мөмкин.
Ҡаш төҙәтәм тип күҙгә төртөү! Американың Юта штатында бер әҙәм урманда үрмәкес күреп ҡурҡа, зажигалка ялҡынында үлтермәксе була һәм яңылыштан янғын сығарып, 16 гектар урманды көл-күмергә әйләндерҙе. Ҡулға алынды. Ошолай алйотланыуының да сәбәбенә төшөнөү ҡыйын түгел – тентеү үткәргәндә марихуана наркотигы ла табыла. Диуанаға ябай бөжәк дәү аждаһа булып күренгәндер инде.
Санкт-Петербургта бер ҡатын ярым-шәрә көйөнсә ғибәҙәтхана фонында фото төшкән, интернет аша “шәплеген” күрһәткән була. Шәп иттеләр үҙен, динлеләрҙең тойғоларын мәсхәрәләгән өсөн 180 сәғәт мәжбүри эштәргә хөкөм итеүҙән тыш, суд “матди дәлилде” юҡ итеү тураһында ҡарар сығара. Ә был дәлил – ҡиммәтленән-ҡиммәтле “Айфон” телефоны. Исмаһам, яңы смартфонға аҡса йыйғансы башҡа шаҡшыланмай торор.