Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Август 2022, 09:30

Хоҡуҡтарығыҙҙы беләһегеҙме?

Льготалары булған ғаиләләргә хәҙер белешмәләр артынан йөрөргә кәрәкмәй, уҡыу йорто быны үҙе хәл итә.

Хоҡуҡтарығыҙҙы беләһегеҙме?Хоҡуҡтарығыҙҙы беләһегеҙме?
Хоҡуҡтарығыҙҙы беләһегеҙме?

Башҡортостан Республикаһыныңы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, яңы уҡыу йылы алдынан льготалары булған балаларҙың ата-әсәләренә МФЦ-ға, халыҡты социаль яҡлау бүлексәләренә белешмә артынан йөрөргә кәрәкмәй. Был мәшәҡәттәрҙең барыһын да белем биреү учреждениеһы үҙ аллы хәл итә.

Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә түбәндәге хоҡуҡтарын белеү ҡамасауламаҫ:

ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы хаҡын компенсация рәүешендә кире ҡайтарырға мөмкин;

мәктәптә йәки дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаһында белем алыусы күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе уҡыусыларҙы бушлай ашатыу ҡаралған;

күп балалы ғаиләләрҙән 1-се класҡа уҡырға барғандарға мәктәп кәрәк-ярағы бирелә.

Был ташламалар ғаиләне аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарауын раҫлаған белешмә менән нығытыла.

Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 8 (347) 200-80-80 телефоны буйынса  (8.30-ҙан 17.30 сәғәткә тиклем, йома 8.30-ҙан 17.00 сәғәткә тиклем) бирергә мөмкин, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/474..

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас