

20 августа матур йолаға әүерелгән "Бөйөк дала" рок-концерты була. Сәхнәлә яңы йырҙар һәм хиттар яңғыраясаҡ.
Хәйбулла районының төп брендына әүерелгән "Бөйөк дала" рок концерты быйыл да үҙ тамашасыларын йыя. Сара "Аҡъяр", "Рух", "Майҙан" рок-төркөмдәре ҡатнашлығында Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторола. Легендар "Дәрүишхан" рок төркөмө лә тыңлаусыларҙы үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырасаҡ. Концерт киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Бөйөк дала" проекты фестиваль форматында үтә һәм үҙ ҡанаты аҫтына рок башҡарыусы башҡорт төркөмдәрен һәм уларҙың тамашасыларын йыя.
Үҙенсәлекле саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!