

Таныҡлығы булмаған, өҫтәүенә иҫерек водителде ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан була. Протокол төҙөп, материалдарҙы судҡа йүнәлтәләр. Һәм ошо уҡ автомобиль бер-нисә көндән төнгө ҡалала йәнә күҙгә салына. Туҡталыу бойроғона буйһонмай, йән-фарман ҡыуа башлай. Хәүефле маневрҙар башҡара, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға, хатта, патруль автомобилен зыянлай.
Тирә-йүндәгеләргә ҡурҡыныс барлыҡҡа килтерелгәс, автоинспекторҙар ҡорал ҡулланырға мәжбүр була: башта һауаға аталар, һаман да тыңламағас – тәгәрмәскә сәпейҙәр. Бер кемгә лә зыян килмәй. Был тапҡырында водитель айыҡ көйөнсә иҫәрләнеүе асыҡлана, әммә фәҡәт был тапҡыр эсмәүе бигүк ярҙам итмәҫтер – бынан алда иҫереп руль артына ултырған өсөн дә, водитель таныҡлығы булмайынса автомобиль менән идара иткән өсөн дә, полиция хеҙмәткәрҙәренең талаптарына буйһонмаған өсөн дә берсә яуап тоторға тура киләсәк. Шундуҡ административ рәүештә ҡулға алына, автомобиль штраф туҡталҡаһына ҡуйыла.
Ә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә, ҡыйыулыҡ һәм мәргәнлек өсөн афариндан башҡа баһа юҡ!
Мәғлүмәт сығанағы – “МВД Медиа” сайты –https://mvdmedia.ru/search/?q=%D1%83%D1%87%D0%B0%D0%BB%D1%8B