

Иген өлгөргән баҫыуҙарҙа ураҡ эштәре йәйелдерелә башланы. “Барыҫ йылы барын сәс” ырымы раҫ сыҡты буғай. Һәр хәлдә лә “МТС Урал аръяғы-Агро” йәмғиәтенең Учалы филиалы директоры Ғәлимйән Хилажевтың кәйефе көр ине беҙҙең менән осрашҡанда. 2,5 мең гектар бойҙай сәсеүлектәрендә башаҡтар туҡ булыуы менән һөйөндөрә, 1,5 мең гектар ҡарабойҙайға ла өмөттәр яҡшы. Ҡарабойҙай быйыл тиҙ өлгөргән, саба ла башланылар. Бойҙай ҙа, урынына, дым миҡдарына ҡарап сабыла: ашлыҡтың бер мең гектарын башта сабырға иҫәп тоталар, ҡалғанын тураға урып булырҙыр.
-Элгәре йылдарҙа тупраҡ өҫтән генә эшкәртелһә, былтыр 100 проценты менән һөрөп ҡалдырҙыҡ. Орлоҡ – үҙебеҙҙеке, 1-се репродукция. Калий-азот-селитра шыйыҡсаһы менән ике тапҡыр яҡшылап ашланыҡ, ҡарабойҙай бор элементы менән туҡландырылды. Химик утау кампанияһы ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә үтте, тимәк, яҡшы уңыш һис тә көтөлмәгән һөйөнсө түгел беҙгә! –ти Ғәлимйән Ғабдуллайән улы. – Бер йыл инде дәүләт унитар предприятиеһы структураһы түгел, инвесторҙар ҡанаты аҫтында яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт статусындабыҙ. Нимә үҙгәрҙе? Нисек яғыулыҡ, запчасть табырға тип баш ҡатмай хәҙер, эш хаҡын да көнөнә тиклем теүәл алабыҙ. Эйе, инженер-техник персонал бер аҙ кәметелде, элеккенән күберәк йүгерергә тура килә. Хәйер, Рәшит Ғәфүров кеүек тәжрибәле һәм юғары квалификациялы инженер, бер йыл ғына МТС-та эшләһә лә, үҙен грамоталы агроном итеп танытҡан Тимур Аблаев кеүек белгесәтр булғанда, предприятиебыҙ сәғәт кеүек эшләй!
Механизаторҙар араһынан иһә Зариф Заһиҙуллин, Айвар Даминдаров, Ильяс Сөләймәнов, Рафиҡ Ҡасимовтар кеүек иптәштәрҙең тырышлыҡ һәм эшһәйәрлеге айырата ихтирамға лайыҡ. Ғөмүмән, осраҡлы кешеләр юҡ бында.
Ялан батырҙарына, төнгө тамаҡ ялғауҙан тыш, көнөнә өс тапҡыр туҡландырыу ойошторолған. Һөйләшкән кешеләр барыһы ла ризыҡтан ҡәнәғәт.
Ураҡҡа 2 сапҡыс, 5 комбайн йәлеп ителә. Яңы уңышты ҡабул итеү өсөн Бөйҙөләге ырҙын табағы шартына килтереп алдан әҙерләнгән. Аҙаҡ ҡайҙа һатылыр – быныһы агрохолдинг етәкселеге ҡарамағында. Шулай итеп, йәмғиәттә быйыл ике төр культура ғына сәселгән. Инвесторҙар теш ҡаҡҡан коммерсанттар бит инде, баҙар конъянктураһын уларҙан һәйбәтерәк белгән кеше юҡтыр. Әйтәйек, магазинда ҡарабойҙай ярмаһы ситтән ташылған дөгөнән дә ҡиммәтерәк бит хәҙер. Нисек кенә булмаһын, йәлеп ителгән аҡса, түелгән һәм әле түгеләсәк тир зая китмәйәсәге алдан билдәле.
-Ураҡ мәлендә көндәр генә аяҙ торһон, оҙайлы ямғырҙар башланып ҡамасауламаһын инде, ә беҙҙән эш ҡалмаҫ, – тип теләнә игенселәр. Әмин!
Йәнә бер ыңғай урынға туҡталайыҡ. “МТС Урал аръяғы-Агро” йәмғиәте ыңғай мәғәнәлә “экспансияны” дауам үтә. Былтыр өҫтәмә рәүештә биш йөҙләп гектар һөрөнтө ерҙәрҙе тәрбиәләй башлаһалар, быйыл тағын 750 гектар өҫтәләсәк. Иманғол ауыл Советы биләмәләрендә ер пайҙары эйәләре менән килешкәндәр, йыйылыштар үткәргәндәр. Эйе, сиҙәм булмаһа ла, ҡалдауға әйләнә башлаған баҫыуҙарҙы тәртипкә килтереү өсөн байтаҡ көс талап ителәсәк, әммә һөрөнтө ерҙәрҙең ағас-ҡыуаҡ баҫып ятмауы барыбыҙ өсөн дә яҡшы инде ул.
P.S. Далаға тартым участкаларҙа “Байрамғол” агрофирмаһы районда беренсе булып ураҡҡа төштө. Районыбыҙҙа һәммәһе 11 700 гектар иген, 2500 гектар май культураларын урып алыу бурысы тора. Хәйерле сәғәттә!