Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Август 2022, 03:29

"Кеше бит ул - тимер түгел, ҡай саҡ йығыла , ҡаҡшап".

Төркөмдәшебеҙҙең мәғәнәле шиғыры

"Кеше бит ул - тимер түгел, ҡай саҡ йығыла , ҡаҡшап"."Кеше бит ул - тимер түгел, ҡай саҡ йығыла , ҡаҡшап".
"Кеше бит ул - тимер түгел, ҡай саҡ йығыла , ҡаҡшап".

Маҡсат.

Һәр бер кеше хыяллана,
Алдына ҡуя маҡсат.
Ләкин кемдер баҙап ҡала,
Йәки йығыла ҡаҡшап.
Һәр бер кеше ғашиҡ була,
Йорт һала, ғаилә ҡора.
Балаларҙы кеше итеү, -
Шундай ҙур маҡсат тора!
Кемдер Эвересты яулай,
Берәү үрсетә аттар.
Кеше ғүмерен ҡотҡара
Табиптар, бөйөк заттар!
Кеше бит ул - тимер түгел,
Ҡай саҡ йығыла , ҡаҡшап.
Ләкин тора, йәшәү бөркә,
Урал батырға оҡшап!
Һәр кешегә көс бирә ул,
Алдына ҡуйған маҡсат.
Насар уйҙар, яманлыҡтар
Һәммәбеҙгә булһын ят!
Иман, тәүфиҡ тураһында
Уйланып ҡуям ҡат - ҡат.
...Изге уйлы һәр кешене, -
Бәхетле итһен маҡсат!

  Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас