Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Август 2022, 11:20

Тәртешкә менән дөмбәҫләй....

Берҙе эләктерә, бахыр ҡатын ҡурҡып башын ҡаплаған һул ҡулының беләк һөйәген һындыра һуға.

Тәртешкә менән дөмбәҫләй....Тәртешкә менән дөмбәҫләй....
Тәртешкә менән дөмбәҫләй....

Донъя  күсәренән ысҡынып, тәбиғәт тә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҙә көрсөк кисереүе  бер бәлә булһа,  яҡын кешеләр араһында, ғаиләләр эсендә лә тартҡылаштар, низағ-янъялдар йышайҙы буғай. Үҙеңде ҡулда тотмаһаң, ярһыуға бирелһәң, бик насар ҙа тамамланып ҡуя бындай хәлдәр.

Кирәбе ауылынан быға тиклем дә хөкөм ителгән 60 йәшлек ир кеше үлтереү менән янаған, сәләмәтлеккә урта дәрәжәлә зыян килтергән өсөн иректән мәхрүм ителәсәк.

Учалы район судынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл апрель айында эсеп ала ла, өйҙәш ҡатын менән талаша башлай. Ҡоро һүҙ аҙ булып күренгәндер, тәртешкә тотоп һелтәнергә, “Үлтерәм! Үлтерә һуғам!”- тип һөрәнләргә керешә.  Берҙе эләктерә, бахыр ҡатын ҡурҡып башын ҡаплаған һул ҡулының беләк һөйәген һындыра һуға.

Суд ултырышында ғәйебен тулыһынса таныған. 2 йыл 6 айға ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына хөкөм ителгән.       

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас