

Бик тә фажиғәле тамамлана хәмер менән “күңел асыуҙар”. Учалы район судынан хәбәр иттеләр: Миндәк ауылында быйыл март айында ир менән ҡатын өйҙәрендә араҡы һемерәләр. Эсеүҙең аҙағы яҡшы булмай инде: нимәгәлер үпкәләшеп китәләр, 1967 йыл тыуған ҡатын ҡулына бысаҡ эләктерә лә, хәләл ефетенең эсенә ҡаҙай. Яралыны дауаханаға илтәләр, әммә дауалай алмайҙар, бахыр ир ике-өс көндән йән биргән.
Ҡатын РФ Енәйәт кодексының 111-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса ғәйепләнде – “һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлем менән тамамланған кеше һаулығына ғүмер өсөн ҡурҡыныс зыян килтереү”. Ғәйебен таныған, ти. 3 йылға дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына хөкөм ителгән.
Мәҡәлә яҙылған ваҡытта ҡарарҙар законлы көсөнә инмәгәйне әле.
P.S. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп, дәғүәләр ҡуйышмай, яман ғәҙәттәргә бирелмәй йәшәргә кәрәктер, йәмәғәт. Үтә аҡыллы, быуатар-быуаттар буйына һыналған халыҡ әйтеме бар бит: “Тирә яғым яу булһын, өйөм эсе һау булһын”. Юғиһә, эстә лә, тышта ла яу икән, йәшәйештең тәме лә, ҡыҙығы ла ҡалмаҫ!