

Донъя көрсөгөнөң аҙағы хәйерле булһын инде! Инглиз ғалимдары компьютерҙа модель яһап, теүәл иҫәпләп тә ҡуйған: 100 бомба ҡулланып, атом һуғышы башланһа, барлығы 8 миллиард кешенең 5 миллиардына ҡотолғоһоҙ үлем янай. Шартлау урындарында ул тиклем күп кеше ҡырылмаһа ла, ҡояш ҡором-һөрөм менән ҡапланып, көн торошо ҡырҡа үҙгәрәсәк, аслыҡ киләсәк. Иҫән ҡалыу ихтималы Аргентина менән Австралияла иң юғары тип фараз итәләр. Төп сәбәптәрҙең береһе – ике илдә лә бойҙай күп үҫтерелеүе. Бындай хәл-ваҡиғаларҙан Хоҙаә үҙе һаҡлаһын, әммә беҙҙә лә ашлыҡ күп етештерелеүе бер аҙ йыуата. Быйыл Рәсәйҙә 145 миллион тонна иген (95 млн тонна бойҙай) урыла, тип белдерҙе Аграр баҙар конъюнктураһы институты. Илебеҙ өсөн абсолют рекорд!
Ҡалған донъяла берәй эшкә тотонор алдынан, күпме килем алып буласаҡ тип иң башта аҡса иҫәпләргә керешәләр. Глобаль күренештәргә ҡаршы тору, яраҡлашыу өсөн “баҙар психологияһы”
бигүк тура килмәйҙер. Ҡытай һуңғы 61 йылда иң ҡаты селлә һәм ҡоролоҡ кисеогәс, яһалма рәүештә ямғырҙар яуҙырыу программаһын тормошҡа ашыра башлауҙары тураһында иғлан итте. Йәнә бер миҫал. Шанхай ҡалаһы властары 1 миллиард юань суммаһына халыҡҡа купондар таратырға булған. Беҙҙең аҡсаға 9 миллиард һум самаһы! 18 йәштән оло һәр граждан ғариза ғына яҙып, ошо купон менән аҙыҡ-түлекте, көнкүреш тауарҙарын күпкә осһоҙға аласаҡ, социаль ярҙамды туризм йә ял итеү сараларына ла тотоноп була. Корнавирус сикләүҙәре арҡаһында бер аҙ кәмегән төбәк аҡса-тауар әйләнешен ошо рәүештә тергеҙәләр. Рәсми терминология менән “Ҡытай спецефикаһы менән социализм” шулай булалыр инде.
“Пфайзер” - коронавирус пандемияһынан иң күп табыш алған корпорация. Вакцина һатыу тиҫтә-тиҫтә миллиард доллар килем менән һөйөндәрә. Компанияның генераль директоры Альберт Бурла 4 тапҡыр үҙҙәренең “иң яҡшы” уколдарын ҡаҙатҡан. Ә ошо көндәрҙә ковид менән ул да сирләп киткән.... Беҙҙең “Спутник” менән һаҡланһа, ышаныслыраҡ булыр ине, ахыры, итекһеҙ итексе булып ятмаҫ ине түшәктә.
Норвегия короле гвардияһы – ни бары бер батальон, ғали йәнәптәренең именлеген һаҡлау менән генә булыша. Иң яҡшылар һайлап алына. Тик бына тикшереү үткәрһәләр, 30 гвардеец наркоман икәнлеге асыҡланды. Наркоманды ҡорал тоттороп ҡарауылға баҫтырғансы, беҙҙәге берәй әбей-вахтерҙы һаҡҡа ултыртыу ышаныслыраҡ булыр ине буғай.
Һиндостанда енәйәтселәр тамам шашып киткән. Бихар штатында ялған полиция участкаһы ойошторалар. Асыҡтан-асыҡ, дәрәжәле отель бинаһында, ысын шерифтың йортонан ни бары ярты километр алыҫлыҡта. Ысын формалағы ялған полицейҙар 8 ай дауамында халыҡтан ялыу тикшергән йә тикшермәгән өсөн түләүҙәр, ришүәт йыялар. Кешеләрҙең байтағы, полицияла барыһы ла һатлыҡйәндәр, тип самалағандыр инде, бер кем дә шикләнмәй, бер ҡайҙа ла хәбәр итмәй. “Полицейҙар” табель ҡоралы урынына ҡулдан яһалған пистолет тағыуҙары арҡаһында ғына ысын хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың иғтибарына эләгә. 6-7 енәйәтсе тотолдо, улар полицей ролен башҡарырға яллаған артистар язаға тарттырылырмы - хәбәр ителмәй. Был артистарға көнөнә 500 рупи түләнгән була, беҙҙең аҡсаға 371 һум.
Еңмешләнеп яҙмышты ла еңергә була микән әллә? Торонтонан (Канада) Стивен Диксон 36 йыл лотерея уйнай, һәм гел генә бер үк һандарҙы билдәләп һыҙа. Уңмағанды ҡыуып, хәтһеҙ тапҡыр ҡоро ҡалғандан һуң, шул уҡ һандарҙы билдәләп, тәки отто – 20 миллион доллар.
Хаски – кешегә айырыуса тоғро эт тоҡомо. Буран ҡушаматлы арлан Хабаровск аэропортында хужаларын 2-3 аҙна буйына көтөп йөрөй. Ярай ҙа, аэропорт хеҙмәткәрҙәре ашата, хужаларына интернет аша бәйләнешкә сыға. Юҡ, ташлап китмәгәндәр икән уны, күршеләргә аҫрауға ҡалдырып торғандар, ә эт сығып ҡаса ла, ни рәүештәлер эйәләре самолет менән осҡанын абайлап, тап бында эҙләп килгән.