Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
29 Август 2022, 10:04

Көн төшһә, белеп ҡуйғыҙ

Ҡултыҡ таяҡтары, таянып атлаған яйланмалар, коляскалар, төрлө тренажерҙар бушлай ваҡытлыса  ҡуртымға бирелә, йәғни прокат алымы ҡулланыла

Көн төшһә, белеп ҡуйғыҙКөн төшһә, белеп ҡуйғыҙ
Көн төшһә, белеп ҡуйғыҙ

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса «Ихтирам» ойошмаһы  Президент гранттары конкурсында еңеп, быйыл март айында Учалы ҡалаһында “Хәстәрлек” пункты асылғайны (был хаҡта гәзиттә лә хәбәр иттек). Тәғәйенләнеш – имгәнгән, операцияларҙан һуң ауыр хәрәкәт иткән граждандарҙы реабилитациялауҙың техник саралары менән тәьмин итеү.  Инвалид булыу шарт итеп ҡуйылмай.  Ҡултыҡ таяҡтары, таянып атлаған яйланмалар, коляскалар, төрлө тренажерҙар бушлай ваҡытлыса  ҡуртымға бирелә, йәғни прокат алымы ҡулланыла. Үткән дәүерҙә 140 яҡташыбыҙ ошо форсат менән файҙаланған да инде, тип хәбәр ителде.

Адрестары: Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 27-се кабинет.

Белешмәләр өсөн телефон - : 6-26-90, 6-96-01.

Хеҙмәтләндереү менән файҙаланыу өсөн паспорт, шәхесте раҫлаған башҡа документ менән килер кәрәк.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас