Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
30 Август 2022, 04:08

536 мең һум алимент түләтелгән

Эйе, һәр бала был донъяға үҙ ризығы менән килә, әммә был “ризыҡ” менән тәү сиратта атаһы һәм әсәһе тәьмин итергә бурыслылар.  Дин ҡанундары буйынса ла, йәмғиәт закондары буйынса ла!

536  мең һум алимент түләтелгән536  мең һум алимент түләтелгән
536 мең һум алимент түләтелгән

Суд ҡарарына ҡарамаҫтан, 1990 йыл тыуған яҡташыбыҙ ун йәшлек ҡыҙына оҙаҡ ваҡыт  алимент түләмәгән була,  ошо һорауҙы күтәргән вазифалы кешеләр менән осрашыуҙан ҡасып йөрөй. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы буйынса суд приставтары бүлексәһе розыск иғлан итергә мәжбүр булды. Бурыслының Рәсәй Федерацияһынан сығыу мөмкинлеген ваҡытлыса сикләү, аҡсаһынан бурысты түләтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Ошолай ныҡлап тотонғас, яҡташыбыҙ ҡайҙа  икәнлеге асыҡлана. Ул үҙе лә 536 мең һум бурысын тиҙерәк ҡаплауҙы хуп күрә. Әлеге ваҡытта Силәбе ҡалаһында эшләй икән, артабан алименттарҙы ваҡытында күсереү тураһында күрһәтмә эш урынына ебәрелде, тип белдерҙе федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығы.

Бик хуп, ярты миллион һумдан ашыу аҡсаға ҡыҙ балаҡай яңы уҡыу йылына ҡупшы кейендерелеп, кәрәгенсә уҡыу әсбаптары алып бирелгәндер. Атай менән әсәһе бергә йәшәй алмағанлыҡтарында уның һис бер ғәйебе юҡ. Эйе, һәр бала был донъяға үҙ ризығы менән килә, әммә был “ризыҡ” менән тәү сиратта атаһы һәм әсәһе тәьмин итергә бурыслылар.  Дин ҡанундары буйынса ла, йәмғиәт закондары буйынса ла!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас