Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
30 Август 2022, 08:34

"Тормош кәбәнен осларға кәрәкмәй ос һәнәге".

Төркөмдәшебеҙҙең матур шиғыры

"Тормош кәбәнен осларға кәрәкмәй ос һәнәге"."Тормош кәбәнен осларға кәрәкмәй ос һәнәге".
"Тормош кәбәнен осларға кәрәкмәй ос һәнәге".

Ос һәнәге.

Быйыл үлән һәйбәт үҫте,
Бейек булды кәбәнем.
Әлдә онотмағанмын тим,
Алырға ос һәнәген!
Тырышып кәбән ослайым,
Ҡыҙыу мәл, бесән мәле.
Киң Хоҙайҙың ҡөҙрәттәре, -
Донъялар имен әле!
Самалап бесән ырғытам,
Дан минең ос һәнәге.
Мәғрүр кәбәндәр ҡойорға, -
Сығып тора әмәле!
Тормош бит ул. Һәр нимәнең
Үҙ ваҡыты, үҙ тәме.
Олоғайыу - йәшәйештең
Ҡабатланмаҫ бер йәме!
Тормош кәбәнен осларға
Кәрәкмәй ос һәнәге.
...Ризалыҡ ал һәм хөрмәтлә, -
Тик Хоҙай Тәғәләне!

 Рамай Ҡаһир,https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас