Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
31 Август 2022, 08:23

“Кәрәкһә, крокодилды ла дауаларбыҙ”

Мал табиптарын ихлас күңелдән һөнөри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

“Кәрәкһә, крокодилды ла дауаларбыҙ”“Кәрәкһә, крокодилды ла дауаларбыҙ”
“Кәрәкһә, крокодилды ла дауаларбыҙ”

31 август –Ветеринанария хеҙмәткәрҙәре көнө. Православие динендәге изге  Флор һәм Лаврҙы иҫкә алыу көнөнә тура килтерелгән. Сөнки был бер туғандар йәнлектәрҙең, айырыуса йылҡының ҡурсалаусылары тип иҫәпләнә.

Нисек кенә булмаһын, барыбыҙ өсөн дә, айырыуса ауыл халҡы өсөн мөһим һөнәр эйәләре. Ошо дата айҡанлы Учалы ветеринария станцияһы начальнигы Радис Таһиров менән осраштыҡ. Эштәре ни тиклем тығыҙ икәнлегенә төшөнөү өсөн һандарға күҙ һалыу ҙа етә.  Эйе, кешеләрҙән айырмалы рәүештә, вакцина ҡуйҙыртмайым тип малҡайҙар киреләнмәй, әммә улар менән эш итеү белемдән тыш,  таһыллыҡ та, ҡара көстө лә байтаҡ талап итә.

Ете айҙа10587  баш һыйыр малы, 6182 һарыҡ-кәзә,   2644 йылҡы – бруцеллезға,  17430  баш һыйыр малы туберкулезға тикшерелде. Түләмәгә (Себер язваһына) ҡаршы 18469  баш һыйыр малына, 10601 һарыҡ-кәзәгә,   3325 баш йылҡыға һәм  40 сусҡаға  вакцина яһала.

Башҡа  сирҙәрҙән дә вакциналар ҙа ҡуйыла:  төйөнлө дерматиттан - 27126  , эмкарҙан (бактериялар сығарған эмфизематоз карбункул, )  - 20682,  тимерәүҙән (стригущий лишай) -11167  баш һыйыр малы. 1846 эт һәм 1348 бесәйгә ҡотороуҙан укол яһала. Бынан тыш 13188 һыйыр малы, 1106 һарыҡ-кәзә, 2105 баш йылҡы  паразитар сирҙәргә ҡаршы эшкәртелә.

Районда  20583 баш һыйыр малы иҫәпләнә,  20400  баш идентификацияланған, йәғни, шартына килтереп , шәхсән номер аҫтында, паспорт яҙып  теркәлгән.  Ҡалған йәнлектәр буйынса был нисбәт түбәндәгесә һүрәтләнә: һарыҡ-кәзәләр - 13595 һәм  11749,  йылҡы малы -  6324 һәм 6147 баш. Шулай уҡ 3143 эткә (барлығы 3205 баш иҫәпләнә), 40 бесәйгә (2745) индивидуаль номерҙар беркетелгән.

-Ветеринария ҡағиҙәләрен үтәмәй ситтән мал килтереү арҡаһында Ҡунаҡбай ауылында бруцеллез сығанағы пәйҙә булыуы ныҡ хафаландырҙы, -ти Радис Әмирхан улы. – Оператив рәүештә бөтә саралар күрелгәс, артабан таралыуға юл ҡуйылманы, кешеләргә лә йоҡманы. Һуңғы ике тапҡыр үткәрелгән тикшереүҙәр “кире”, йәғни инфекцияның юҡлығын күрһәткән һөҙөмтә бирҙе. Әммә,  йорт хужалығын һаман да күҙәтеү аҫтында тотабыҙ. Барыбыҙға ла һәр саҡ уяу булыр кәрәк шул. Бына әле беҙгә күрше өлкәләрҙә  сусҡа чумаһы, ҡош киҙеүе таралыу тураһында яңылыҡтар килә. Сусҡалар, шөкөр тип әйтәйек, районыбыҙҙа 26 баш ҡына ҡалған (ите осһоҙ, ашатырға ем ҡиммәтләнә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә лә тура килмәй был хайуанды аҫрау), чума әллә ни тарала алмаҫ. Ә бына ҡош-ҡорт ныҡ күп, көҙгө миҙгелдә, ҡоштар йылы яҡтарға осоп миграция башҡарғанда, ауырыу бик тиҙ таралырға һәләтле. 

Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәү бик мөһим:

-ҡош-ҡортто ихатанан сығармай аҫрарға. Ҡош киҙеүе йоҡтороу йәһәтенән айырыуса күл-йылғалар хәүефле, сөнки унда ҡырағай ҡоштар күпләп ҡуна, хәүефле вирустар һыуҙа ла, ерҙә лә, тиҙәк һәм башҡа биологик бүлендектәрҙә лә оҙаҡ  тере килеш һаҡлана;

-ҡоштарҙы һатыу йә һатып алыу, ташыуҙы тик ветеринария хеҙмәте менән килешеп башҡарырға;

-емгә ҡырағай ҡоштар үтә алмаҫлыҡ шарттар булдырырға;

-ҡош аҫралған аҙбарҙарҙы даими дезинфекцияларға;

-ҡошсоларға  шәхси гигиена талаптарын теүәл үтәү зарур, шул иҫәптән ҡулдарҙы йышыраҡ һабынлап йыуығыҙ.

Тауыҡ, күркә, ҡаҙ, өйрәктәр һүлпәнләнә, томшоҡтарынан аға башлай йә башҡа сир сиптомдары күренһә,  йә ҡайҙалыр ситә күпләп үлеп ятҡан ҡоштарға тап булһағыҙ, кисектермәй участка ветеринарына әйтегеҙ, ветстанцияға шылтыратығыҙ, телефон номеры 6-12-56, 6-12-16.  БР Ветеринария идаралығының “ҡыҙыу линия” номеры – (347) 218-10-18,   (347) 218-10-16.

Шуны ла иҫтә тотайыҡ – ҡош киҙеүе ныҡ итеп бешерелмәгән иттән, башҡа ҡошсолоҡ продукцияһынан да кешегә күсеүе мөмкин.

    Хәйер, йорт йәнлектәре, улар аша  - кеше сәләмтлеге һағында ышаныслы кешеләр тора.Коллективта 51 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Бер генә лә осраҡлы кеше юҡ, килде-киттеләр бында оҙаҡ сыҙамай. Ыңғай яҡтан Радис Әмирхан улы айырыуса түбәндәге хеҙмәткәрҙәрен билдәләне: Ирмит Астанов (Ураҙ ветучасткаһы), Хәмит Мөбәрәков (Иманғол), Сәғит Күсәев (Абҙаҡ), Азамат Илһамов (Учалы ауылы), Әмир Солтанов (Ахун).

Районыбыҙҙа 11 ветеринария участкалары, 3 ветлечебница, 1 ветпункт, 2 лабораторя эшләй.

Станция эргәһендә  былтыр клиника асылыуы тураһында ла яҙғайныҡ. Унда Ишморат Ғәлин мөдир. 1980 йылғы, Мәҫкәү ауылынан, Аграр университеттың ветеринария факультетын тамамлағандан бире мал дауалау менән мәшғүл.

-Көнөнә уртаса 4-5 йәнлек килтерелә, башлыса эт-бесәй. Әммә сирләгән крокодил килтерһәләр ҙә, ҡараясаҡбыҙ, дауалаясаҡбыҙ, - тип йылмая  Ишморат Ишдәүләт улы. – Әлегә ярҙам күрһәтергә тура килгән иң экзотик йәнлектәр – гөбөргәйел менән тутыйғош.  Бестереү, түлһеҙләндереү менән генә сикләнмәйбеҙ, хайуандар имгәнеп тә китә, һыуыҡ та тейҙерә. Һәр кемгә үҙенең “бәләкәй дуҫы” яҡын бит инде, өф итеп кенә торалар эйәләре.

  Ҡыҙыҡ өсөн хаҡтарҙы ла яҙайыҡ  ата бесәйҙәрҙе бестереү – 600, инә бесәйҙәрҙе түлһеҙләндереү – 1200 һум. Эттәргә иһә, ауырлыҡтарына ҡарап,  был процедуралар 1-4 мең һум. Әйткәндәй, аҙағынан бесәй балалары менән ҡаңғырғансы (үлтерһәң – йәл, ҡалдырһаң – тиҙ арала йортоң бесәй фермаһына әйләнә), ваҡытында түлһеҙләндереү бик тә отошло.  (Мәҫәлән, беҙҙең үҙебеҙҙең  бесәй икенсе көнөнә үк йәнә йүгерекләй башланы, бер ҙә ҡайғырып-моңайып йөрөгәне һиҙелмәй, киреһенсә, һәләк тә оҫта һунарбикә булып үҫте).

 

P.S. Ҡотороуға ҡаршы түләүһеҙ вакцинациялар  шаршамбы, йома 9.00-12.00 сәғәттәрҙә участкаларҙа, лечебницаларҙа башҡарыла, ә ветеринар килиникала – дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр, 8.00-17.00 сәғәттәрҙә.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас