

Август
Машинаға бөгөн ултырмайса
Йәйәү генә килә ҡайтаһым.
Мәрмәр төҫлө ап -аҡ ҡайындарға
Бер туйғансы килә ҡарайһым.
Август айы.
Йәшел бесән еҫе.
Тып -тып тәгәрәгән алмалар.
Көҙгә ҡарай атҡан сәскәләре
Күҙҙең яуҡайҙарын алалар.
Бер ҡараһаң август айы менән
Оҡшаған да һымаҡ икебеҙ.
Талғын ғына йөҙгән болоттарҙай
Бер тулҡында ғына хисебеҙ.
Ҡайтҡым килә бөгөн
Яйла -аап ҡына
Шул һөйкөмлө айҙы етәкләп.
Август миңә,
Мин августҡа ҡарап
Ғашиҡ парҙар кеүек ,бергәләп.
Гүзәл Сиражетдинова, https://vk.com/id236499416