Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
1 Сентябрь 2022, 10:35

Ә ҡыр ҡабандары беҙҙә бихисап.....

Сусҡа тағуны. "Бер тинлек ҡуян, биш һумлыҡ зыян"ға әйләнмәһен!

Ә ҡыр ҡабандары беҙҙә бихисап.....Ә ҡыр ҡабандары беҙҙә бихисап.....
Ә ҡыр ҡабандары беҙҙә бихисап.....

Август айында сусҡаларҙың Африка тағуны (чума) буйынса Рәсәй Федерацияһы биләмәләрендә эпизоотик хәл киҫкенләште. Йорт сусҡалары буйынса – 38, ҡабандар буйынса 22 сығанаҡ карантинға алынған.

Беҙгә күрше Татарстан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәләре биләмәләрендә лә инфекция таралыу сығанаҡтары асыҡлана, 6 мең баш малды юҡ итергә тура килә.

Сусҡаларҙың Африка тағуны – ҡурҡыныс вирус сире, ныҡ йоғошло, йылдам таралыусан, сусҡалар өсөн ныҡ үлемесле. Профилактика һәм дауалау өсөн дарыу-препараттар бөтөнләй юҡ. Вирустар саманан тыш әрһеҙ: тупраҡта – 112, сей иттә – 188, ыҫланған иттә -150 көнгә тиклем тере һәм заралы көйөнсә һаҡланалар.

Эйе, сусҡа тағуны кешегә заралы түгел, ләкин ифрат ҙур иҡтисади зыян килтерә.  Вирус асыҡланған урындан 5 километр радиуста бөтә сусҡаларҙы юҡ итергә тура килә. Шуға ла профилактика талаптарын айырыуса теүәл күҙәтергә кәрәк.

Сусҡаларҙың иркен йөрөүенә, башҡа йәнлектәр менән контактта булыуына юл ҡуймаҫҡа.

Даими рәүештә сусҡа аҙбарҙарында дезинфекция үткәрергә, алмаш аяҡ кейеме кейеп кенә инергә, аҫрау өсөн бөтә кәрәк-яраҡ инвентарь айырым булырға тейеш.

Йорт хужалығына сит кешеләрҙе индермәҫкә.

Сусҡаларға малсылыҡ продукцияһы йә аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары ашатҡанда, башта 3 сәғәт буйына ҡайнатырға, йә сәнәғәт етештереүендәге мал аҙығын ғына ҡулланырға.

Ветеринария хеҙмәте рөхсәтенән тыш, сусҡаларҙы, сусҡасылыҡ продукцияһын алмаҫҡа, бирмәҫкә, ташымаҫҡа.

Бар сусҡаларҙы ветстанцияла теркәтергә, тикшереү, вакцина ҡуйыу һәм эшкәртеү өсөн шарттар булдырырға.

Сусҡа сирләй башлаһа йә кинәт үлһә, шундуҡ ветеринарҙарға хәбәр итергә.

 Ҡыр ҡабандары  ла эсеү мөмкин булған сығанаҡтарҙан һыуҙы йорт сусҡаларына эсермәҫкә.

  Һәр сусҡа эйәһенең яуаплылығы район, республика, илдең биологик именлегенә  тура бәйле.

  

           Урал СИРБАЕВ,  “Россельхознадзор” идаралығының дәүләт инспекторы

 

Мөхәрририәттән. Эйе, яңы ғына гәзиттә яҙғайныҡ –Учалы районында 26 ғына баш сусҡа теркәлгән, ятып үлһәләр ҙә, әллә ни ҡурҡыныс түгел кеүек. Әммә бер генә баш малдың да ҡурҡыныс вирус сығанағына, “биологик бомбаға” әйләнеү мөмкинлеге тураһында онотмайыҡ!  “Аралашсы”, сирҙе  күсереүсе ролен башҡарып, районыбыҙҙан башҡа сусҡасылыҡ фермаларына таралһа, эйәһенең башынан һыйпамаясаҡтары алдан билдәле.  Ә бының өсөн шарттар юҡ түгел. Беренсенән, Учалы Башҡортостан сигендә, Рәсәй сигенән дә алыҫ түгелбеҙ, ҡурҡыныс вирус автомобиль тәгәрмәсенә йә аяҡ кейеменә эләгеп килеп етеүе лә мөмкин. Ә икенсенән, беҙҙә ҡыр ҡабандары байтаҡ, ә улар йөҙәр-йөҙәр километр миграция башҡарырға һәләтле. Бәләһенән баш-аяҡ, районыбыҙҙа бөтөнләй сусҡа ҡалдырылмаһа ҡалай яҡшы булыр ине. Юғиһә, “Бер тинлек ҡуян, биш һумлыҡ зыян” килеп сығыуы ла мөмкин бит.

Йәнә бер урынға туҡталырға кәрәктер. Кеше һәм сусҡа биохимик үҙенсәлектәр буйынса бер-беренә ныҡ оҡшаш.  Хатта донор тән ағзаларын да нәҡ сусҡаларҙан алалар бит. Шөкөр, бөгөнгө ваҡытта сусҡаларҙың Африка тағуны кешеләргә йоғоу осраҡтары асыҡланмаған. Ә вирус мутация үтмәй тип кем гарантия бирә ала?  Ошондай ҡурҡыныс вирус кешегә лә йоғошлоға әйләнһә, эш харап бит!  Әйткәндәй, бөтә донъя буйынса, шул иҫәптән Рәсәй сиктәрендә америка хәрбиҙәре финанслаған биолабораториялар нимә менән шөғөлләнеүе тураһында һаманға тиклем аныҡ яуап юҡ, Хоҙай һаҡлаһын. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – белгестең  кәңәштәрен диҡҡәт менән уҡырға ла, тайпылышһыҙ үтәр кәрәк. Ә иң яҡшыһы, ҡабатлап әйтәбеҙ – дин һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ буйынса“бысраҡ”, ите харам мал тотоуҙан бөтөнләй баш тартыр кәрәк.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас