Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
2 Сентябрь 2022, 09:09

Афарин, Шаһиевтар!

БР Башлығы Р.Ф.Хәбировтың ҡултамғаһы менән Рәхмәт хаты тапшырылды.

Афарин, Шаһиевтар!Афарин, Шаһиевтар!
Афарин, Шаһиевтар!

Яҡташыбыҙ Рәүеф Вәли улы Шаһиевҡа  ошо көндәрҙә , “Торатау” конгресс-холында үткән ғилми конференцияла БР Башлығы Р.Ф.Хәбировтың ҡултамғаһы менән Рәхмәт хаты тапшырылды.

Тыуған яҡты өйрәнеү ғилеменә  тос өлөш индергән һәм емешле намыҫсан хеҙмәттәре өсөн.

Награда үҙ геройын тапты, тип ауыҙ тултырып әйтәбеҙ!  75 йәшлек юбилейын  ашаҡлаған Рәүеф ағайыбыҙ 25 китап авторы, барыһы ла халыҡ тарихына, арҙаҡлы шәхестәргә, Учалы һәм  Башҡортостанға бәйле. Әлегә нәшер ителмәгән ҡульяҙмаларҙы ла ҡушһаҡ, өс тиҫтәнән дә ашып китер. Шул иҫәптән “Ырыуҙар тарихы”, Муса Мортазин буйынса энциклопедия, “Учалы ынйылары” (ер-һыу атамалары). Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Әйткәндәй, тоғро тормош иптәше Зәйтүнә Зәйнулла ҡыҙы Шаһиева (Абзгилдина)  менән 50 йыл  бергә йәшәүҙәрен дә яңыраҡ билдәләнеләр. Хаҡлы ялдағы педагог Зәйтүнә ханым да ҡәләм тирбәтә:  үҙе тыуған  Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы тураһында “Ауылым тарихы –халҡым яҙмышы” исемле ҙур китаптың авторҙашы булды.

Бер һүҙ менән, афарин, Шаһиевтар!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас