

Көнбайыш сәйәсмәндәре әллә һантый, әллә ике йөҙлөлөктөң аръяғына үтеп киткәндәр, әллә икеһе лә бергә. НАТО-ның Европалағы штаб-квартираһы биләмәләренә саң ҡағып, бөтә донъяға шапырынып өҫтәмә ике умарта ҡуйылды, хәҙер улар дүртәү. Йәнәһе лә ошо рәүештә экология мәсьәләләрен хәл итеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр. ....Ысынында ла, тәбиғәтте һаҡлау борсой икән, баҫҡынсыл сәйәсәттәрен саҡ ҡына сикләһендәр ине! Кеше ҡырылыуҙы әйтмәгәндә лә, һәр шартлаған снаряд-ракета Ер-әсәне тетрәндерә, тирә-йүнде химик матдәләргә бысрата, ә ҡоралды етештереү ифрат күп ресурстарҙы заяға әрәм итә.
Донъя бигерәк ҡыл өҫтөндә генә тора шул. Бына әле Һиндостанда өс офицерҙы әрменән ҡыуып сығарҙылар. Яңылыш Пакистанға ракета менән атыуҙары ҡалҡып сыҡты. Бер кем дә зыян күрмәй, әммә ракета сиктән 124 километр алыҫлыҡҡа оса. Һиндостан менән Пакистандың мөнәсәбәттәре былай ҙа эт менән бесәйҙеке һымаҡ. Ярар ҙа береһенең яуап ҡайтарыр алдынан протест белдерергә, икенсеһенең – ғәфү үтенергә аҡылдары еткән.
АҠШ конгрессының вәкилдәр палатаһы спикеры Нэнси Пелоси еңмешләнеп Тайвань уртауына рәсми визит башҡарыуы саҡ ҡына һуғыш тоҡаныуға сәбәп булмай ҡалды. 82 йәшендәге ҡарсыҡ (апай йә әбей түгел – мейеһе шыйыҡланған ҡортҡа!) 9 ейән-ейәнсәрен ҡарап өйөндә генә ултырһа, барыһына ла яҡшыраҡ булыр ине. Бабайына ла күҙ-ҡолаҡ булыу һис тә ҡамасауламаҫ : 82 йәшлек Пол Пелоси иҫерек автомобиль йөрөтөп, ошо арала суд ҡарары сығарылды – 5 көн ҡулға алыныу,бер көн мәжбүри эштәргә йәлеп ителеү, 6,8 мең доллар штраф (400 мең һумдан ашыу) һәм эскесе водителдәр өсөн махсус курстарға 3 ай йөрөү.
Мәскәүҙә биш кешенән енәйәтсел төркөм ҡулға алынды. Үҙҙәрен чиновник тип алдап, ришүәт түләгән кешеләрҙе юғары вазифаларға үрләтергә, торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары бүлергә вөғәҙә биреп кәсеп итәләр. Һуңғы ҡорбанынан кәмендә 180 миллион һум әүрәтеп алғандар. “Ҡорбандарҙы” ла яуапҡа тарттырыу бер ҙә артыҡ булмаҫ ине: шул ҡәҙәр аҡса сарыф иткәс, йылы креслоларға йәйелеп алғас, тағын да күберәк урларға иҫәп тотҡандарҙыр бит инде.
Баҙар иҡтисадының ҡануны шул инде, ризыҡтың тәменә йә сихәтенә түгел, килемлелегенә өҫтөнлөк бирелә. Көньяҡ Корея тикшереүселәре бот сабып ҡыуана: он ҡорттарынан “ит” әтмәләү технологияһын уйлап тапҡандар. Ысын һыйыр итенең тәмен һәм еҫен биреп була, тип инвесторҙарҙы ҡыҙыҡһындыралар. Был хәшәрәтте үҙҙәре генә ашаһын инде, беҙҙең быуатҡа ҡаҙы, ҡалъя һәм ысын тауыҡ боттары етер әле!
Кассвил округы мәктәптәрендә (АҠШ) тән язаларын яңынан тергеҙәләр. Ата-әсәләр үтенесе буйынса! Быға тиклем бәләкәй хулигандарҙы дәрестән ҡыуып сығарыу менән сикләнгәс, буйбаштарға етә ҡала – рәхәтләнеп урамда ел ҡыуып йөрөй бирәләр. Хәҙер ни, ата-әсәләрҙең яҙма рөхсәте нигеҙендә мәктәп директоры ҡул таяғы менән осаларына 1-2 тапҡыр елгәрергә хаҡлы, өлкән класс уҡыусыларына – 3 тапҡыр. Тик был экзекуцияны мотлаҡ ситтән шаһит күҙәтергә бурыслы. Яҡшы булдымы, насармы, тип фәлсәфә һатырға йыйынмайбыҙ, бер нәмә генә иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте: Америкала һәр штат, ысынлап та, үҙҙәре теләгәнсә йәшәй ала микән?
Италияла донъяла тәүләп теркәлде – 36 йәшлек әҙәм балаһына бер юлы ВИЧ, коронавирус һәм маймыл сәсәге ( оспа обезьян) йоҡҡан. Хәле бигүк ауыр түгелдер, бер аҙна госпиталды тотҡас, өйөнә ҡайтаралар. “Ир” йә “ҡатын”урынына, “әҙәм балаһы” тип кенә яҙыуыбыҙ осраҡлы түгел – мәғлүмәт сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, аҙғын икән, енесен үҙе лә теүәл генә белмәйҙер. Ә бит уйлап ҡараһың, йүнһеҙ ҡылмыштар өсөн язаны Хоҙай был донъяла уҡ биреп тора.
Австралияла ҡарттар йортона сирена ҡабыҙған патруль автомобиле килеп туҡтай. Әзмәүерҙәй өс полицей дөбөр-шатыр килеп инәләр ҙә, 100 йәшлек Джин Бикентон ханымды бығаулайҙар, ҡулға алыныуы тураһында белдерәләр. Баҡһаң, ғүмер буйы шәфҡәт туташы булып намыҫлы хеҙмәт иткән, бер тапҡыр ҙа тәртип боҙмай, әммә сәйер бала саҡ хыялы ҡартайған көндә иҫенә төшә – киноларҙан күрептер инде, үҙен полиция ҡулға алыу тураһында фантазияларға бирелгән була. Тап 100 йәшлек юбилейында ысын полицейҙар үткәргән тамашанан һәләк тә ҡәнғәт ҡалған, тыуған көнөм бер тапҡыр ҙа былай яҡшы үткәне юҡ ине, тип һуңынан рәхмәт әйтә.
Баймаҡ районы башлығы 700 йыллыҡ тарихы булған ҡарағас тураһында һөйләне. Ғалимдар уның йәшен олонона һәм ботаҡтарына ҡарап билдәләгән.«Ҡарағас — быуаттар алмашыныуының шаһиты! Бетерә ауылында иҫ киткес ағас үҫә. Был ағасҡа маршрут бик ҡатмарлы — юлһыҙлыҡ, төпкөл», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Фәнис Әминев. Фәҡәт шул юлһыҙлыҡ та 700 йыл үҫергә ирек биргәндер инде. Беҙҙең Учалыла ла ҡарағас сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә күберәк үҫкәндер, әле ҡайынлыҡтар биләгән тирәләрҙә борон ғәйәт ҙур ҡарағас түңгәктәре абайлана ине, тип ололарҙың һөйләгәнен ишеткән бар.