

Элекке урмансы булараҡ, ҡыйыу рәүештә фараз итәбеҙ: Ахун урманындағы был ағастар яңғыҙы ғына үҫкән булһалар, буйға ла бәләкәйерәк, кәкрерәк булырҙар ине, ботаҡ баҫҡан булыр ине. Ә былай, ҡайын менән ҡарағай, берсә ярышып та, бер-беренә ышыҡ булып ярҙамлашып та, ҡалай һомғол булып күтәрелгәндәр. Тәбиғәттә һәр күренеш аҡыллы кешегә ишара, тип әйтелә дини тәғлимәттә. Был ишәй-менән ҡушайҙы күргәс тә, Башҡортостаныбыҙҙа милләт-ара мөнәсбәттәр тураһында уйлап ҡуйҙыҡ...