Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Сентябрь 2022, 03:45

Уҡыусылар Башҡортостан Башлығы премияһын алыу хоҡуғына эйә

Олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары 100 мең һумға тиклем аҡса менән бүләкләнә.

Уҡыусылар Башҡортостан Башлығы премияһын алыу хоҡуғына эйәУҡыусылар Башҡортостан Башлығы премияһын алыу хоҡуғына эйә
Уҡыусылар Башҡортостан Башлығы премияһын алыу хоҡуғына эйә

Радий Хәбировтың указына ярашлы, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм уларҙың уҡытыусылары 100 мең һум премия алыу хоҡуғына эйә. 

РФ Мәғариф министрлығы исемлегенән олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары 10-ар һәм 5-әр мең һум аласаҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүселәр 5-әр һәм 3-әр мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Әгәр уҡыусыны олимпиадаға бер нисә уҡытыусы әҙерләһә, премия күләме улар араһында бүленә. Әгәр бер педагог бер нисә еңеүсене әҙерләһә, ул һәр береһе өсөн бүләкләнә ала.

Документтар 16-30 сентябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, 450077, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 адресы буйынса (305-се бүлмә) ҡабул ителә.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас