Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Сентябрь 2022, 05:20

"Колхоз баҙары" янып юҡҡа сыҡты

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге 5400 квадрат метр майҙанда «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексы уттан ныҡ зыян күрҙе

"Колхоз баҙары" янып юҡҡа сыҡты"Колхоз баҙары" янып юҡҡа сыҡты
"Колхоз баҙары" янып юҡҡа сыҡты

Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров 9 сентябрҙә «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексында булған янғынға йомғаҡ яһаны.

«5400 квадрат метр майҙанда «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексының ҡыйығы, сауҙа нөктәләре уттан зыян күргән. Һәләк булыусылар юҡ. Янғынды һүндереүгә 190 кешенән һәм 54 берәмек техниканан торған төркөм, шул иҫәптән республиканың Ка-32А11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолеты йәлеп ителгән», — тине Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вертолет янғынды һүндергәндә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәттеме, юҡмы икәнен асыҡланы.

«Эйе, күрһәтте», — тип яуапланы Фәрит Ғүмәров.

Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе урман янғындарына бәйле хәлде күҙәтеп барыға ҡушты.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөләге «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексында сыҡҡан янғынға электр ҡорамалының авариялы эшләүе сәбәпсе.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-09-12/v-goskomitete-bashkirii-po-chs-soobschili-itogi-rezonansnogo-pozhara-v-trk-merkuriy-2945114

Автор:Алия Даутова
Читайте нас