

Уяныуҙарына иптәштәре үлгән
10 сентябрь Учалы районының Учалы-Межозерный автомобиль юлының 7-се саҡрымында, водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән 34 йәшлек ир иҫерек килеш "ВАЗ-2114" машинаһында юл билдәһенә бәрелеп, юлдан ситкә төшөп киткән. Салонда унан башҡа өс пассажир ҙа булған. Уларҙың әйтеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң улар таң атҡанын көтөп, спиртлы эсемлектәр эсеүен дауам иткән һәм йоҡоға киткәндәр. Иртәнсәк уянғандан һуң, пассажирҙарҙың береһе, Үрге Урал районының Сүрмән ҡасабаһынан 39 йәшлек ир уянмаған - ул йән биргән булған. Водитель ирҙең кәүҙәһен урындағы полиция бүлегенә алып килгән. Фажиғә буйынса тикшереү бара, ирҙең үлем сәбәптәре тикшерелә.
Юл һәләкәттәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе интернет селтәренән, баҫмаларҙан, зәңгәр экрандарҙан йыш ишетеп, күнегеп тә бөттөк шикелле. Элегерәк бындай һәр хәбәр район, төбәк кимәлендәге ҡара ваҡиғаға әйләнер ине. Ә хәҙер юл фажиғәһе менән бер кемде лә аптыратмаҫһың. Дөрөҫ, элек автомобилдәр һаны ла аҙ ине, ә бөгөн “тимер ат”һыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ һәм уларҙың һаны көндән-көн үҫә бара.
Учалы ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан ҡала-районыбыҙҙа 495 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уның 16 - иҫерек водителдәр арҡаһында. 69 бәрелешеү осрағы, 1 - юлдағы хайуанға барып менеү, 10 - йәйәү китеп барған кешене тапатыу, 16 - түңкәрелеү, 1 – велосипедлыға барып менеү, 6 –юлдан төшөү осрағы теркәлгән.
Аварияларҙа ике кеше үлгән, 22 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.