

Заманса белем аласаҡтар
Башҡортостанда “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Республикабыҙ етәкселегенең маҡсаты - ҡыҙ һәм малайҙарҙы төрлө яҡлап үҫтереү. Тап ошо проект нигеҙендә, уҡыу йорттарына заманса белем һәм тәрбиә биреү алымдары бик әүҙем индерелә башланы.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ошо көндәрҙә ҡала-районыбыҙҙың 3-сө лицейында, Учалы ауылы Башҡорт гимназияһында, Ҡунаҡбай, Поляковка, Сәфәр һәм ҡаланың 5-се мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” асылды. Милли проект булышлығында һуңғы өс йылда Учалы районының белем усаҡтарында информатика, технология, физика, химия, биология, робототехника, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре йүнәлешендә 18 үҙәк асылды. Белем биреү учреждениелары мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, медицина тренажерҙары менән кешегә тәү ярҙамды күрһәтергә өйрәнер өсөн манекендар, «Лего» конструкторҙары менән тулыландырылды. Бынан тыш "Үҫеш нөктәһе"ндә махсус коллектив зона (коворкинг), медиазона һәм шахмат залдары ла бар.
“Үҫеш нөктәһе” үҙәген асыр алдынан педагогтар квалификацияны күтәреү курстары үткән.