Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
16 Сентябрь 2022, 10:05

Студенттар ярҙамға килгән

Башҡортостанда студенттар үҙ теләге менән Украинаға киткән фермерҙың ғаиләһенә уңышты йыйып алырға ярҙам иткән

Студенттар ярҙамға килгәнСтуденттар ярҙамға килгән
Студенттар ярҙамға килгән


Башҡортостанда студенттар үҙ теләге менән Украинаға киткән фермерҙың ғаиләһенә уңышты йыйып алырға ярҙам иткән

Бүздәк районы фермеры Айҙар Ғ. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон составында Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Хужалыҡ мәшәҡәттәре хәҙер ғаилә иңендә. Улар асыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә. Быйыл йәй биш гектар майҙанда картуф, сөгөлдөр, кишер үҫтереп алған.

Көҙгө уңыш йыйыу мәле еткәс, фермер хужалығына Бүздәк ауыл хужалығы колледжы коллективы ярҙамға килгән.

22 студент һәм уҡытыусылар бер көндә эште тамамлаған тиерлек.

https://vk.com/bashkortostanim?z=photo-153665096_457253548%2Falbum-153665096_00%2Frev

Автор:Алия Даутова
Читайте нас