Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
19 Сентябрь 2022, 10:55

"Шөкөр итәм ошо бәхеткә..."

Байгилде Йәнтүрә улы Янбулатов ошо көндәрҙә күркәм байрамын - 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Райондың “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә эшлә­гәнендә Байгилде Йәнтүрә улы тәржемәне яйға һалыуға, редакция эргәһендә әҙәби түңәрәк эшен йәнләндереүгә күп көс һала. Учалыла яҙыусылар ойошмаһының барлыҡҡа килеүендә, айырым башҡорт гәзитенең сыға башлауында уның хеҙмәт өлөшө ҙур. Ете шиғри китап авторы. “Яйыҡ” гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләп хаҡлы ялға сыға ул.

"Шөкөр итәм ошо бәхеткә...""Шөкөр итәм ошо бәхеткә..."
"Шөкөр итәм ошо бәхеткә..."

Байгилде Янбулатов 1937 йылдың 15 сентябрендә Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән үкһеҙ етем ҡалып, бала сағы кеше тупһаһында үтә, аслығын да, яланғаслығын да кисерә. Һөйәктәре лә нығынып бөтмәгән үҫмер колхоздың төрлө эшен башҡара, яланаяҡ көтөү ҙә көтә.
1946 йылда миһырбанлы кешеләрҙең тырыш­лығы менән ул балалар йортона эләгә. Һуғыштан һуңғы осорҙа унда ла еңелдән булмай. Туғыҙ йәше тулғанда Байгилде мәктәбендә белем алыу бәхете тейә. 1946 йылдан 1951 йылдың көҙөнә тиклем балалар йортонда тәрбиәләнә. “Минең бер кемем дә юҡ”, тип уйлап йөрөгән балаға бер ҡатын килеп: “Башҡорт Бармағы ауылында бер туған апайың йәшәй бит”, - тип әйткәс, иртәгәһенә үк балалар йортонан ҡасып китеп, апаһын эҙләп таба.
Ауылда башланғыс ҡына мәктәп булыу сәбәпле, ул йылда уҡыуын дауам итә алмай. Күреп кенә китергә уйлаған ниәте лә барып сыҡмай. Үпкә ауырыуынан яфаланған еҙнәһе үлеп китеү сәбәпле, ауырлы апаһына ярҙам кәрәк була. Күп тә үтмәй, игеҙәктәр тыуа, тик уларҙың һыңары мәрхүм була. Тормош, бәлки, еңеләйер тип, ғаилә Аҡдәүләт ауылына күсеп ҡайта.
Үҫмер йәй буйы колхоз эшендә йөрөй. Һуңынан ул Байыш урта мәктәбенә йөрөп уҡыуын дауам итә. Ял көндәрендә балыҡ тотоп йә берәйһенә утын ярып тамаҡ аҫрай. Апаһы күсеп киткәс, келәт өйөндә бер үҙе йәшәй, уҡыуын дауам итә. 1955 йылда ете йыллыҡ белем усағын яҡшы билдәләргә тамамлай. “Мәрхәмәтле кешеләр осрамаһа, Хоҙай үҙе ярлыҡамаһа, мин был көнгә тиклем килеп етә алмаҫ инем”, - тип хәтерләй ул үҙенең ауыр бала сағын.
Үҫмергә Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатҡа йүнәлтмә бирәләр, бындағы өс йыл уға ожмахтай булып тойола. 1958 йылда өлгөргәнлек аттестаты алғас та, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Тик бер ҡайҙан да, бер ниндәй ҙә матди ярҙам күрмәгәс, бында ла тормош еңелдән булмай. Бирелеп, күңел һалып белем серҙәрен өйрәнеү урынына күберәк тамаҡ туйҙырыу тураһында уйларға тура килә. Тимер юл станция­һында вагон бушата йә магазинға тауар ташып, аҡса таба. Йәйге каникулдарын да эшләп үткәрә.
Шулай итеп, ҙур тырышлыҡ менән егет 1963 йылда университетты тамамлай һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Бында ике йыл урыҫ теленән белем биргәс, райондың “Хеҙмәткә дан” гәзитенә эшкә күсә, тәүҙә тәржемәсе, һуңынан яуаплы секретарь, мөхәррирҙең тәржемә буйынса урынбаҫары булып эшләй.
1975 йылда Байгилде Йәнтүрә улы ғаиләһе менән Учалы ҡалаһына күсеп килә. Әйткәндәй, ул - Учалы кейәүе. Тормош иптәше Мәрйәм - Йәндек ауылы ҡыҙы. Уның менән икенсе курста уҡыға­нында таныша. Бер көн шулай гел үҙе менән йөрөткән мандолинаһында бейеү көйөн уйнап ебәрә. Шул мәл осоп-ҡунып, саҡырыуҙы ла көтмәй, күҙҙәре янып торған бер сибәр ҡыҙ бейергә төшә. Беренсе курс ҡыҙына тәү күреүҙән ғашиҡ була егет. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1962 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй.
Илле биш йыл бергә, иңгә-иң терәп йәшәй Янбулатовтар. “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы юҡҡа тапшырылмаған уларға. Мөхәббәт емештәре - өс бала донъяға килә. Ҡыҙҙары Рәйлә, ата-әсә­һенең һөнәрен дауам итеп, Когалымда бала­ларға белем бирә, улдары Руслан Себерҙә водитель булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ринаттарының ғына ғүмере ҡыҫҡа була.
Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы 45 йыл ғүмерен йәш быуынды уҡытыуға арнаны, шуның 33 йылында Учалы ҡалаһының 3-сө гимназияһында эшләне. Юғары категориялы уҡытыусы, мәғариф отличнигы ул. Оҫта хужабикә, тормош иптәшенең таянысы ғына түгел, ул сығарған йырҙарҙы сәхнәлә башҡарыусы ла.
Райондың “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә эшлә­гәнендә Байгилде Янбулатов тәржемәне яйға һалыуға, редакция эргәһендә әҙәби түңәрәк эшен йәнләндереүгә күп көс һала. Учалыла яҙыусылар ойошмаһының барлыҡҡа килеүендә, айырым башҡорт гәзитенең сыға башлауында уның хеҙмәт өлөшө ҙур. “Яйыҡ” гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләп хаҡлы ялға сыға ул.
Шиғырҙар, хикәйә­ләр ижад итә. Байгилде Янбулатовтың шиғырҙары күңелгә ятышлы, күбеһе йырға тартым. Ул көйҙәр ҙә сығара, үҙе уларҙы мандолинала уйнап, халыҡҡа йырлап ишеттерә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, “Хазина” фольклор төркөмөнөң иң әүҙем ағзаһына әйләнде. Уға ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарары менән “Йырау Байгилде” исеме бирелде.
Ауыр тормош юлы үткән хеҙмәт ветераны ошо көндәрҙә күркәм байрамын - 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул бөгөн "Тормош ауыр" тип һыҡтап ятыусы йәштәргә үрнәк булырлыҡ, фәһем алырлыҡ. Теләһәң, ихтыяр көсөң булһа, бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин икәнен аҡһаҡалдың үткәндәре раҫлай.
Хөрмәтле Байгилде Йәнтүрә улына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ!

Эй, Уралым - изге төйәгем
Сылтыр-сылтыр аға Иҙәш һыуы,
Һандуғастар моңло көй һуҙа.
Шулдыр минең тыуған төйәккәйем,
Һағынамын уны мин шуға.

Ғүмер буйы ситтә йөрөһәм дә,
Онотмамын изге исемеңде.
Урау юлдар үтеп, түкмәй-сәсмәй
Килтерермен һөйөү хисемде.

Бер ҡайҙа юҡ һиндәй йәмле ожмах
Сәхрәләргә сығып йәйләргә.
Тауҙарыңды аҡ тирмәләр итеп,
Талдарыңа атым бәйләргә.

Өҙөлөп-өҙөлөп күпме һағындым мин
Ҡурай моңон, кәкүк тауышын.
Эй, Уралым, изге төйәгем һин –
Һин бит минең яҡты яҙмышым!

Учалыға
Тәбигәтең ҡырыҫ, тиһәләр ҙә -
Аҡ ҡайындарыңа ғашиҡмын.
Эс серҙәрем таша башлаһалар,
Зәнгәр күлдәреңә ашыҡтым.

Урал артында ла тормош ҡайнай,
Үгәйһетмәй бәхет ҡояшы.
Һиндә таптым ғүмер юлдашымды,
Балаларым башлай юл башын.

Кейәү булып ҡына туйлап ятмам,
Иңемә һал биштәр ебеңде.
Туған улың булып тартайым
Оло юлда оло йөгөңдө.

Ҡара ҡайын
(Учалы аулына килеп ингән юл
буйында ҡара ҡайын үҫә торған ине)

Тел төбөмдә бары аҡлыҡ ҡына,
Һис самам юҡ ҡара яғырға
Яҙмышыма, тема шәйләһәм дә
Ҡара ҡайында мин яҙырға.

Юл буйында үҫкән ҡара ҡайын
Тәүләп бында килгән сағымда
Ҡаршы алды мине, үҙ иткәндәй,
Икмәк-тоҙон тотоп сағылда.

Шунан бирле бына нисәмә йыл
Күңелдән бер йырҙы ҡабатлайым.
Ҡайным, ҡәйнәм, ҡайынбикәләр тип,
Һыҙылып ҡына сыға йөрәк майым.

Ҡайын – ҡайғы, тигән боронғолар,
Был ҡараһы - минең ҡайғымдыр.
Тол ҡәйнәмдең түккән күҙ йәшелер,
Яуҙа ятып ҡалған ҡайнымдыр.

Ҡара эсле түгел, тыштан ғына
Ҡарайған ул, яҙмыш нишләтә.
Берәүҙәрҙә - бәхет баштан ашһа,
Берәүҙәрҙә - ҡайғы бишләтә.

“Ҡайын” тиһәм, “ҡайным” тигән һымаҡ,
Һүҙоҡшашлыҡ ҡына түгелдер –
Туғанлыҡты тойған ир затының
Рәхмәт һүҙен әйткән күңелдер.

Нишләп икән “имән” тимәгәндәр,
“Ҡайын ағай”, “еңгәй” тигәндәр,
Көньяҡта бит олпатыраҡ булып
Үҫә түгелме һуң имәндәр?

Булғандыр ҙа асылда бер сәбәп,
Ниңә әле шуға баш ватам?
Балдыҙҙарҙың зифа буй-һындарын
Үҙем дә ҡайынға оҡшатам.

Учалылар, әллә барығаҙ ҙа
Ҡайын атлы, ҡайын затлымы?
Ситкә китһәм, шундуҡ һағынам да
Ҡайтып етәм һеҙгә атлығып.

Ҡайын затлы хәҙер мин үҙем дә,
Өҙөлөп торғас ҡайынбикәләр.
Шулай, ахыры, яҡшы күңеллеләр
Яманды ла яҡшы итәләр.

Ятһынмайым инде, ят ер тиеп,
Яҡын дуҫтар ҙа күп эргәлә.
Дошманы ла барҙыр, ул да кәрәк
Беҙ йәшәһен өсөн бергәрәк.

Үҙем булдым
Шыттырмайса, һәүетемсә генә яҙам,
Аҡыллыға ишараға етер, тимен.
Кем дә булһа күңел һалмай ҡалмаҫ әле,
Башҡорттарым, башҡорт телем булһын имен!

Бәхилләшер ваҡыт килеп еткәндә лә
Үкенмәйем, йәнем ҡыйып, барыбер ҙә.
Бөтөнләй үк бушҡа ғына булмағандыр,
Тип ҡыуанам йәшәүемә ошо ерҙә.

Ниндәй генә хәтәр елдәр ҡаҡҡанда ла
Еңелмәнем, барыһына түҙем булдым.
Шуға ла һис зарланмайым, ҡәнәғәтмен,
Нисек бармын һаман шулай үҙем булдым.

Хоҙай мине мәрхәмәттән айырманы,
Донъя ҡайсаҡ булды һымаҡ алтын һарай.
Ризамын, яҙмышыма мөрхәт итәм,
Башҡалар ни тиһәләр ҙә - миңә ярай.

Туғанлыҡ һәм ҡәҙер
Эттең этенең эте лә этләшер,
Беттең бетенең бете лә тешләшер.
Яҡын йәшәгән туғандар тибешер,
Алыҫтағылар һағынып кешнәшер.

Ҡуяндың да һурпаһының һурпаһын
Күпме ҡайнатһаң да булмай туртаһы.
Нисек белергә йәшәүҙең уртаһын,
Шундай мәлдә үҙ-үҙеңдән ҡурҡаһың.

Ҡуян бары ҡуян инде, тормошта
Һаҡлана белергә, бәлки, кәрәктер.
Үҙ ҡәҙерен белмәйенсә йәшәгән
Кеше ҡәҙерен белеү ҙә һирәктер.

Һурпаһының һурпаһы ҡуяндың да,
Башҡа туғаның булмаһа, ул да заттыр.
Бар кешене туған итеп күргән саҡта
Үҙ ҡайғың да булмаған кеүеге хаҡтыр.

Хөртәй булдым, әммә мөртәй түгел,
Булманы бер ҡасан өркөп торғаным.
Хәҙер күрәм, һәр бер әйткән һүҙемдең
Зиһенгә нур, инсаф бөркөп торғанын.

Ғәҙеллек булһа...
Иҫкә төшә ҡайсаҡ аслы-туҡлы
Һабан һөргән, көтөү көткәндәр.
Үҙәгемә үткәс колхоз эше,
Уҡырға тип ҡасып киткәндәр.

Ауылда ла асҡа үлмәнеләр,
Өй һалдылар, кәләш алдылар.
Механизатор йә малсы булып,
Уҡый алмай ғына ҡалдылар.

Ә шулай ҙа бер кем үкенмәне,
Билен бишкә бөгөп эшләне,
Эскелеккә һабышмаған ирҙәр
Яйын тапты, һис бирешмәне.

Мин дә артыҡ өҙгөләнмәйем дә,
Шөкөр итәм ошо бәхеткә.
Тик азатлыҡ һәм ғәҙеллек булһын,
Тереләй тыҡмаһындар ләхеткә...

Мин шашмайым, миңә шул да етә:
Шәкәр булһын, икмәк, сәй булһын.
Кәрәк саҡта эсте бушатырлыҡ
Яҡын дуҫ һәм әҙерәк мәй булһын.

Тормош матур ҙа ул, сағыштырһаң
Йәш саҡтағы беҙҙең заманға.
Аҡсаң булһа, барын табып була,
Тик ғәҙеллек юҡ шул һаман да.

Һеҙ ирекле, тиң хоҡуҡлы, тиеп,
Ҡалай алдап килгәндәр һаман.
Баштан-аяҡ илде яңыртырға!
Бушҡа ышаныуҙар инде тамам.

Егет сағым
"Айналайын", - тигәнем бар
Ҡаҙаҡ ҡыҙына,
Егет саҡта күңел бит ул
Күпкә ҡыҙыға.

"Айлавью", - тип тә йүгерҙем
Буйға ҡарамай.
Баҡтиһәң, буйың етмәҫкә
Үрелеү ярамай.

Хат алыштым немең ҡыҙы
Гретхен менән,
КГБ теңкәгә тейҙе
Саҡыртып гелән.

Сиған ҡыҙы үҙе һарылды:
"Ту мангэ зураб",
Күпме аҡсамды юғалттым
Шунда мин, дурак.

"Эпе сана юрадап", - тигән
Сыуаш ҡыҙына
Иҫем китмәгән ине лә,
Йөрәк һыҙыла.

Һары сәсле мәрйәгә лә
Төшкәйне күҙем,
Һары була балаһы тип,
Ташланым үҙем.

Шундай йылы, йомшаҡ ине
Хохлушка ҡыҙы,
"Яки брави, пидманет", - тип
Әпсәһе тыйҙы.

Егет саҡта күңел бит ул
Күпкә ҡыҙыға,
Ә барыбер килеп ҡаптым
"Мин һине яратам!, - тигән
Башҡорт ҡыҙына.

 

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас