Яйыҡ
+7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь , 16:05

Спорт - минең бөтә тормошом

5-се мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Салауат Бапанин балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала, яңы алымдар уйлап таба. Салауат Ғадил улы 1964 йылда Силәбе өлкәһенең Яңы Ахун ауылында тыуған.  -Атайым үҙе лә спортты, китап уҡырға яратты, беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт саңғы, коньки, клюшка, туп була торған ине, - тип хәтерләй Салауат Ғадил улы. - Шуға күрә спортҡа һәм китап уҡыуға һөйөү бала саҡтан килә. Сыңғыҙ Айтматовтың, Михаил Шолоховтың, Николай Островскийҙың әҫәрҙәрен яттан тигәндәй белә инек. Атай эшкә киткәндә өйҙәге эште һәр ҡайһыбыҙға бүлеп бирә һәм ҡайтҡас тикшерә торғайны. Тәртипте, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарғанды яратты. Шуға күрә эшкә, тәртипкә бала саҡтан өйрәнеп үҫтек.

Спорт - минең бөтә тормошом
Спорт - минең бөтә тормошом

Беҙҙең районда спорт менән етди мауығыусы балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр байтаҡ. Барыһы ла профессионал спортсылар булмаһа ла, күптәре физкультура менән шөғөлләнеүҙе ғүмерлеккә үҙ иткән, сәләмәт тормош рәүешен һайлаған.
5-се мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Салауат Бапанин балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала, яңы алымдар уйлап таба. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә лә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтә бар. Уның уҡыусылары район, республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм һәр ваҡыт призлы урындар яулай.
Салауат Ғадил улы 1964 йылда Силәбе өлкәһенең Яңы Ахун ауылында тыуған. Ғаиләлә өс бала үҫә улар. Әсәләре иртә вафат булыу сәбәпле, аталары Ғадил Әбдрәшит улы улдарын үҙе тәбиәләп үҫтереүгә бөтә көсөн һала. Бигерәк тә хеҙмәткә, спортҡа һөйөү тәрбиәләй, китап уҡыуға ылыҡтыра.
-Атайым үҙе лә спортты, китап уҡырға яратты, беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт саңғы, коньки, клюшка, туп була торған ине, - тип хәтерләй Салауат Ғадил улы. - Шуға күрә спортҡа һәм китап уҡыуға һөйөү бала саҡтан килә. Сыңғыҙ Айтматовтың, Михаил Шолоховтың, Николай Островскийҙың әҫәрҙәрен яттан тигәндәй белә инек. Атай эшкә киткәндә өйҙәге эште һәр ҡайһыбыҙға бүлеп бирә һәм ҡайтҡас тикшерә торғайны. Тәртипте, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарғанды яратты. Шуға күрә эшкә, тәртипкә бала саҡтан өйрәнеп үҫтек.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск педагогия училищеһының "Физик тәрбиә" факультетына уҡырға керә ул. Училищены тамамлағас, Көнбайыш Украинала хәрби һауа көстәре ғәскәрҙәрендә самолет механигы булып хәрби бурысын үтәй. Ҡайтыу менән тыуған ауылындағы мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә килә. Шунда уҡ тормош иптәшен - математика уҡытыусыһы Сафия Факил ҡыҙын осратып, ғаилә ҡоралар. Бер-бер артлы балалары тыуа. Өлкән улдары Юлай Штурмандарҙың Силәбе юғары хәрби авиация училищеһын тамамлай, ун йыл хәрби һауа көстәре ғәскәрҙәрендә штурман булып хеҙмәт итә. Әлеге мәлдә Мәскәү янында граждандар авиацияһында хеҙмәтен дауам итә. Икенсе улдары Арыҫлан Үҙйылға ер аҫты руднигында шахтер, ә ҡыҙҙары Әминә Ҡазан ҡалаһында программист һөнәрен үҙләштерә.
Балаңды һүҙ менән түгел, үҙеңдең өлгөңдә тәрбиәләү иң һөҙөмтәле ысул икәнлеге тормошта һыналған. Балаларҙың да эш рәтен белеп үҫеүендә, үҙ аллы булыуында атай тәрбиәһе сағыла.
-Балаларыбыҙ ҙа үҙебеҙгә оҡшап спортты яраталар. Бала саҡтан беҙгә ҡарап эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәнделәр. Ғаиләбеҙ менән яланға сығып төрлө күнекмәләр эшләй торған инек, әле һаман булһа күмәкләшеп волейбол уйнарға яратабыҙ. Балаларыбыҙҙа атай-әсәй абруйы бик ныҡ көслө, - тип һүҙгә ҡушылды әңгәмәсемдең тормош иптәше.
Үҙ эшен яратып башҡарған, балалар менән уртаҡ тел таба белгән, талапсан уҡытыусыны ата-әсәләр ҙә, уҡыусылары ла, хеҙмәттәштәре лә ярата һәм хөрмәт итә.
- Спорт - ул тәү сиратта дисциплина һәм тәртип. Уҡытыусы тәүге дәрестән үҙен нисек тота, йылдар буйына шулай дауам итә. Ә мин талапсан кеше. Ойошҡанлыҡ, тыңлаусанлыҡ, командала дуҫлыҡ талап итәм. Уҡыусыларым "Минең кеүек булдыр! Минән дә яҡшыраҡ булдыр!" тигән тормош девизымды яттан беләләр һәм шуға ынтылырға тырышалар. Әлбиттә, интернет, компьютер, телевизорҙар менән ярышыу, спортты, сәләмәтлекте алға сығарыу көндән-көн ауырлаша бара. Минең өсөн спорт - яратҡан шөғөл, һөнәрем һәм күңел талабы. Уның өсөн талант та, тырышлыҡ та, яратыу ҙа, күңел һалыу ҙа кәрәк. Спорт хәҙер минең өсөн күптән инде йәшәү рәүешемә, ғәҙәтемә әйләнгән. Хатта тормошомдо унан башҡа күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел, - ти уҡытыусы.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас в