Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2022, 16:00

Йүнселдәр йәйен үрсетәләр

Бурансы микрорайонында ғәҙәти булмаған хужалыҡ - йәйен балығы үрсетеү буйынса акваферма асылды. Илһам Ғиләжев хәләл ефете Ильмира Камил ҡыҙы менән бергә ябыҡ һыу тәьминәте системаларындағы яһалма бассейндарҙа балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә башланылар. Бындай системаларҙа балыҡты үҫтереү, ашатыу, һыуҙы алмаштырыу, балыҡты туҡлыҡлы элементтар менән тәьмин итеү, һыуҙың тәғәйен температураһын һаҡлау, уны таҙартыу һәм кислород менән һуғарыу автоматлаштырылған тәртиптә башҡарыла.

Йүнселдәр йәйен үрсетәләр
Йүнселдәр йәйен үрсетәләр

Бурансы микрорайонында ғәҙәти булмаған хужалыҡ - йәйен балығы үрсетеү буйынса акваферма асылды. Илһам Ғиләжев хәләл ефете Ильмира Камил ҡыҙы менән бергә ябыҡ һыу тәьминәте системаларындағы яһалма бассейндарҙа балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә башланылар. Бындай системаларҙа балыҡты үҫтереү, ашатыу, һыуҙы алмаштырыу, балыҡты туҡлыҡлы элементтар менән тәьмин итеү, һыуҙың тәғәйен температураһын һаҡлау, уны таҙартыу һәм кислород менән һуғарыу автоматлаштырылған тәртиптә башҡарыла.
Әйткәндәй, Африка йәйене тәме үҙенсәлекле булған диетик ризыҡтарға ҡарай, ҡылсыҡһыҙ ите тәмле һәм туҡлыҡлы, шуға күрә уны шул килеш бешереп ашарға ла, төрлө консервалар, балыҡ фаршы, кәтлит, манты, билмән кеүек ярымфабрикаттар ҙа әҙерләргә була.
Илһам Рәлиф улы бала саҡтан балыҡ үрсетеү тармағын үҫтереү теләге менән яна. Һәм, ниһайәт, тормош иптәше менән кәңәшләшкәндән һуң бағыр (форель) балығы селбәрәһен үрсетергә ниәтләй. Йәйге йортта ҡулдан яһалма бассейн урынлаштырып, кислородҡа тоташтырып, 100-гә яҡын бағыр селбәрәһен килтереп ебәрәләр. Тик микрорайонда йыш ҡына утты һүндереү сәбәпле, бер көн эштән ҡайтыуҙарына, балыҡтар харап була. Шулай ҙа Ғиләжевтар юғалып ҡалмай, интернет селтәрендә оҙаҡ эҙләнгәндән һуң кларий йәйенен (клариевый сом) үрсетеп ҡарарға ниәтләйҙәр. Кларий йәйене оҙон мыйыҡлы, Африка һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның сөсө һыуҙарында йәшәгән шыма тәнле, тәңкәһеҙ эре балыҡ. Хәҙер уның менән илебеҙҙең эре балыҡ үрсетеү хужалыҡтары күпләп шөғөлләнә.
Кларий йәйенен үрсетеү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған бассейндар, балыҡты туҡлыҡлы элементтар менән тәьмин итеү, һыуҙың тәғәйен температураһын һаҡлау, уны таҙартыу һәм кислород менән һуғарыу өсөн махсус ҡорамалдар кәрәк. Быға, әлбиттә, ҙур аҡса талап ителә, ҡорамалдар ҡиммәт. Илһам Рәлиф улы аптырап ҡалмай, интернеттан ҡарап, бөтә ҡорамалдарҙы үҙ ҡулы менән яһап ала. Мәҫәлән, суматор (һыуҙы йылыта торған ҡорамал), фильтрҙар, насостар, бассейндар барыһы ла йүнсел ирҙең үҙ ҡулдары менән эшләнгән.
Ғаилә башлығы Илһам Рәлиф улына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
-Ни өсөн тап балыҡ үрсетеү йүнәлешен үҫтерергә булдығыҙ? Йәйенгә өҫтөнлөк биреүҙең сәбәбе ниҙә?
- Тирә-яғыбыҙҙа йылғалар, быуалар күп, ә балығы аҙ. Республика кибеттәрендә һатылған балыҡтың тик 5% үҙебеҙҙә етештерелә. Ҡиммәтле балыҡты тик туң көйөнсә генә һатып алырға була, ә беҙ уны тере көйө һәм ыҫлап һатасаҡбыҙ. Беренсе клиенттарыбыҙ ҙа бар инде. Ә ни өсөн тап йәйенде һайланыҡ һуң? Ул, башҡаларҙан айырмалы, рәүештә йәшәү шарттарына сыҙамлы булыуы менән айырыла. Ите тәмле, диетик һәм туҡлыҡлы.
- Эште башлап ебәреү нисек булды?
-Тәүге үрсем балыҡтарын Октябрскийҙән, Силәбе өлкәһенән һатып алдыҡ. Балыҡ­тарҙы үҙебеҙҙә етештерелгән махсус аҙыҡ менән туҡландырабыҙ, һыу температураһын, кислород күләмен контролдә тотабыҙ.
Халыҡ араһында йәйен - бысраҡ һыуҙа йәшәүсе, йыртҡыс балыҡ тигән ышаныу таралған. Шуға күрә, икеләнеп, ашарға баҙнат итмәүселәр ҙа бар. Ҡабатлап әйтәбеҙ, был йылға балығы түгел, Африка кларий йәйене, йылға балығынан айырыла, махсус аҙыҡ ҡына ашатып үҫтерелә.
-Махсус аҙыҡ тигәндән, уны ҡайҙан алаһығыҙ?
-Алтай заводында етештерелгән аҙыҡты яҙҙыртып алабыҙ. Санкциялар арҡаһында хаҡтар артты, 1 кг ем ҡайтарыу хаҡы менән 750 һумға төшә.
Киләсәктә, Аллаһ бирһә, хужалар район хакимиәтенән ярҙам алып, хужалыҡты йәйелдереп, әлеге бинаға ремонт яһап, йылытып ҡуйырға, ыҫлау һәм эшкәртеү цехы булдырырға уйлай.
Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, уңайлы шарттарҙа 1 тонна һыуҙа 350 кг йәйен үрсетеп сығарыу мөмкин. Әлеге ваҡытта экологик яҡтан таҙа кларий йәйендәрен һатып алырға теләүселәр күбәйгәндән күбәйә. Тере йәйенгә лә, ыҫланғанына ла һорау бар, ти йүнсел хужалар.
-Әле хужалыҡта 200-гә яҡын эре балыҡ, 700 тирәһе ваҡ балыҡ бар. Селбәрәнең уртаса үҫеү ваҡыты - 7-8 ай тирәһе. Ғәҙәттә, 800 граммға еткән балыҡтарҙы һатыуға сығарабыҙ. Унан тыш, аквафермабыҙҙа ҡиммәтле уҡбалыҡ (стрелядь) та аҫрала. Уны тәжрибә өсөн, күп итмәй генә алдыҡ. Уҡбалыҡ - Ҡара, Азов, Каспий диңгеҙҙәре йылға бассейнында, илебеҙҙең Европа өлөшөндәге һәм Көнбайыш Себерҙәге төрлө йылғаларҙа тереклек итә. Беҙҙә был балыҡты сөгә, осломорон тип тә йөрөтәләр. Бөтә мәрсендәрҙең дә ите бик юғары сифатлы һәм улар ныҡ ҡиммәтле ҡара төҫтәге ыуылдырыҡ бирә. Ҡылсыҡһыҙ ите тәмле булғанға был балыҡ балыҡсылар тарафынан күпләп ҡырылған, шуға ла уны аулау ҡәтғи рәүештә тыйыла, - тип бәйән итте яратҡан шөғөлө тураһында хужа.
Әйткәндәй, Илһам Рәлиф улы Ҡотой егете, ә Ильмира Камил ҡыҙы Ҡунаҡбай ауылы һылыуы. Ғаилә башлығы Шахта төҙөү идаралығында хеҙмәт итә. Улар өс бала тәрбиәләйҙәр. Юниргә - 17, Ринатҡа - 12, кескәй Дианаға 3 йәш.
Йүнсел ғаиләгә башлаған эштәренең уң булыуын теләп ҡалайыҡ. Бер аҙҙан Ғиләжевтар аквафермаһы продукттары ысынлап та һәр хужабикә өҫтәлендә булыр, тип ышанаһы килә.
Вилиә ЯНБАЕВА.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: