Ең һыҙғанып, билде биштән быуып тырышыуыбыҙ юҡҡа түгел, инде һөҙөмтәһен күрер көндәр етте. Хәстәрлек менән үҫтергән уңыштың бер өлөшөн йыйып та алдыҡ. Уңған хужабикәләр ҡайнатмалар, салаттар, компоттар әҙерләп баҙҙарға төшөрөп тә ҡуйҙы инде. Уларҙы ҡыш көнө сығарып, рәхәтләнеп ашайһы ғына ҡалды. Шулай уҡ күп хужабикәләр һыуыҡ ҡышҡы кистәрҙә һутлы, тәмле һәм ҡояшлы йәйҙе хәтергә төшөрөү өсөн тәбиғәт бүләктәрен туңдырып һаҡлауҙы хуп күрә. Рәхәт тә, ҡулланыуға уңайлы ла, өҫтәүенә витаминдары, файҙалы матдәләре юҡҡа сыҡмай.
"Үҙем белгән, тормошта ҡулланған һаҡсыллыҡ серҙәре менән уртаҡлашырға булдым", - тип һөйләне Фәриҙә апай. -Хәҙер кибеттәрҙә күп кенә ризыҡтар пластик һауыттарҙа һатыла: ҡаймаҡ, эремсек, май булһынмы, һәр төрлө турамалар тиһеңме. Яңыраҡ бер танышым: “Пластик һауыттар, ҡаптар менән сүп-сар биҙрәһе тула ла ҡуя”, - тип һөйләп торғайны. Бына шуларға “икенсе ғүмер бирергә”, йәғни бик уңайлы ҡулланырға була бит. Мин, мәҫәлән, ҡоротто самалап тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ҡаймаҡ йә эремсектән ҡалған пластик һауыттарҙа һаҡлайым. Кәрәк сағында туңдырғыстан берәүһен генә сығараһың да иретеп ҡулланаһың.
Бындай һауыттар йәшелсә, емеш һаҡлау өсөн дә уңайлы. Сөгөлдөрҙө бешереп тә, сей килеш тә ҡырғыстан үткәреп туңдырам. Кишерҙе сей килеш йә шаҡмаҡлап, йә һаламлап турап әҙерләйем. Ҡышҡыһын борщ, былау йәки башҡа төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушып ебәреүгә бик йәтеш. Көҙгөһөн салат эшләп, тоҙлап арыһам, хатта помидорҙы ла туңдырам. Балалар пицца ярата, уны бешергәндә туңған помидор бик тә ярап ҡала. Сығарыу менән бер минутҡа эҫе һыуға тығып алһаң, тышы шунда уҡ һыҙырылып төшә. Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, бәләкәй пластик шешәләргә ҡойоп та туңдырам. Бындай шыйыҡ варианты ит, балыҡ, макарон кеүек ризыҡтарҙы әҙерләгәндә тәмләткес булараҡ ҡулланыуға ярап ҡала. Ғөмүмән, йәшелсә-емештәрҙең ҡайһыһын булһа ла туңдырырға мөмкин. Белгестәр фекеренсә, ризыҡтарҙы туңдырып һаҡлау - уларҙағы файҙалы матдәләрҙе, витаминдарҙы юғалтмауҙың иң отошло ысулы икән.
Бына тағы нимәләрҙе туңдырам һәм уларҙы нисек файҙаланам:
Алманы турап, шыптыр ҡаптарға бүлеп һалам. Туң емеште табала бер аҙ ҡыҙҙырып, һыуын киптереп, аҙ ғына шәкәр өҫтәһәң, бәлеш өсөн тәмле эслек килеп сыға. Бәшмәкте лә шулай һаҡлайым.
Борсаҡты йәшел сағында йыйып туңдырам. Ҡыҙҙырылған, иҙелгән картуф, макарон ризыҡтары янына ҡушып бирһәң, файҙалы ла, матур ҙа.
Татлы боросто таҙалап, бер-береһенә кейҙереп һалһаң, туңдырғыста урынды аҙыраҡ ала.
Ҡамырҙы артығыраҡ баҫһам, уны ла туңдырғысҡа оҙатам. Кәрәк сағында сығарып иретһәң, бик тә ярап ҡала. Туңған әсе ҡамырҙы бүлмә температураһында мотлаҡ бер тапҡыр булһа ла ҡабартып алырға кәрәк, шул саҡта ул яңы баҫылғанынан айырылмай тиерлек.
Ҡышҡыһын ит мул саҡта, табында бешкән ит ҡалһа, уны ла шулай һаҡлайым. Йыйылып китһә, иретеп, ит турағыс аша тарттырып, картуф йә дөгө ҡушып, бәлеш бешерәм.
Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡлап турап һалам. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай. Әммә уны иретмәйем, сөнки былйырап, формаһын юғалта.
Йәшел тәмләткестәрҙән укроп, петрушканы турап туңдырам. Уларҙы киптереп һаҡларға ла мөмкин. Ә бына йәшел һуғанды туңдырмайым, сөнки төҫөн үҙгәртеү сәбәпле, ғаилә ағзалары уны яратмай.
Бер тапҡыр сығарып иреткән емеш-еләкте, йәшелсәне икенсегә туңдырырға ярамай, тәме лә, төҫө лә юғала.
Сөгөлдөрҙө бешереп тә, сей килеш ҡырғыстан үткәреп тә туңдырырға мөмкин.
Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡлап турап һалам. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай, әммә иретергә кәрәкмәй, сөнки былйырап, формаһын юғалта.
Бына шулай, теләк булғанда, һәр нәмәне һаҡсыл ҡулланырға, күпселек ризыҡты, витаминдарын, файҙалы матдәләрен юҡҡа сығармайынса, туңдырып һаҡларға мөмкин.
Емештәрҙе туңдырыр алдынан яҡшы итеп йыуырға һәм таҫтамалға һалып киптерергә кәрәк. Кипкәс иһә әҙ-әҙләп ҡапсыҡтарға һалып, эсендәге һауаһын сығарып, ауыҙын еп менән бәйләргә. Ҡурай еләге, ер еләге кеүек тиҙ иҙелеп барған емештәрҙе тәүҙә тимер тәрилкәгә теҙеп һалып туңдырырға, һуңынан ҡапсыҡтарға тултырырға мөмкин.
Петрушканы, укропты тулыһынса һыуытыу камераһына ебәрмәү яҡшыраҡ. Уларҙы ҡырҡып, ҙур булмаған контейнерҙарға урынлаштырһаҡ, улар үҙҙәренең тәмен яҡшыраҡ һаҡлаясаҡ. Бер аҙ зәйтүн майы өҫтәргә була.
Иң яҡшыһы - емеш-еләк, персик һәм абрикосты туңдырыу. Иң мөһиме - уларҙы тулыһынса туңдырырға йәки уртаға киҫергә мөмкин. Иғтибар итегеҙ, киҫелгән килеш абрикостарҙың ҡарауы мөмкин, шуға күрә һыуытҡысҡа оҙатыр алдынан уларҙы лимон һутлы һыуҙа бер нисә минутҡа ҡалдырығыҙ.
Шпинат, ҡуҙғалаҡ, базиликты һабаҡтан айырығыҙ, туңдырыу өсөн герметик пакеттарға һалып, уларҙы туңдырыу камераһында һалығыҙ. Улар менән бер ниндәй ҙә өҫтәмә эштәр башҡарырға кәрәкмәй.
Төҫлө кәбеҫтәне, брокколины пакетҡа һалып, ҡышҡа тиклем һыуытҡысҡа ебәрегеҙ. Баклажан һәм кишерҙе кубик йәки түңәрәктәр менән ҡырҡыу яҡшыраҡ. Йәшел борсаҡ, кукуруз һәм йәшел фасоль ҡайнар һыу менән эшкәртелергә тейеш. Һуңынан уларҙы һыуытығыҙ, киптерегеҙ һәм герметик пакеттарығыҙға һалығыҙ.
------------------------------------------------------------------
Һарымһаҡты ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?
Һарымһаҡты «толомдарға» үреп ҡуйырға була. Уны һалҡын һәм ҡараңғы урында һаҡлағыҙ. Быяла банкала ла һарымһаҡ яҡшы һаҡлана. Банканы hабын менән йыуып, стерилләштерегеҙ. Һарымһаҡтарҙы йәки уның бүлкәттәрен айырып банкаға тултырығыҙ һәм капрон ҡапҡас менән ябып ҡуйығыҙ. Һарымһаҡты һыуытҡыста тотоп та була. Уны ҡағыҙ пакетҡа, ҡатырға тартмаға тултырып йәки йәшелсәләр һаҡлай торған пластик контейнерға hалып ҡуйырға мөмкин. Һарымһаҡты таш тоҙ эсендә һаҡлау ысулы ла бар. Быяла банканы стерилләштерегеҙ һәм төбөнә таш тоҙ һалығыҙ, һарымһаҡты йәки уның бүлкәттәрен айырып тултырығыҙ. Шулай итеп тоҙ менән аралаштырып, ҡатламлап банканы тултырығыҙ. Һарымһаҡ ағас бысҡандан ҡалған онтаҡта йәки ағас көлөндә лә яҡшы һаҡлана. Ҡатырға тартмаға ҡатламлап һарымһаҡ һәм ағас онтағы (опилка) тултырығыҙ. Аҫҡы һәм өҫкө ҡатлам ағас онтағы булһын. Ылыҫлы ағас онтағы яҡшыраҡ.