Яйыҡ
+7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь , 08:19

610 мең һумды “хәүефһеҙ” счетҡа күсерттерә

Хәҙер бот сабып көлә һәм шатланалыр инде был мәхлүк, ә бахыр ҡатынға бурыс түләргә! 

610 мең һумды “хәүефһеҙ” счетҡа күсерттерә
610 мең һумды “хәүефһеҙ” счетҡа күсерттерә

Яҡташтарыбыҙҙы  талау өсөн  килеп аҙапланыу ҙа кәрәкмәй ҡайһы саҡ  енәйәтселәргә. БР буйынса эске эштәр министрлығы сираттағы аяныс хәл  тураһында бәйән итте: 40 йәшлек ҡатынға “банк хеҙмәткәре” телефондан шылтырата, һеҙҙе таларға йыйыналар тип төрлөсә ҡурҡыта ла, кредит алырға күндереп,  610 мең һумды “хәүефһеҙ” счетҡа күсерттерә.... Хәҙер бот сабып көлә һәм шатланалыр инде был мәхлүк, ә бахыр ҡатынға бурыс түләргә!   Бер  оло кеше лә ул тиклем бер ҡатлы булмаҫ, күрәһең, был төр енәйәтселәр ниндәйҙер арбау, гипноз көсөнә эйәлер. Нисек кенә булмаһын, ныҡлап хәтерләп ҡуйығыҙ – телефон аша өгөтләү буйынса бер ҡасан, бер ҡайҙа аҡса күсермәгеҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в