Яйыҡ
+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь , 14:27

Мобилизация 21 сентябрҙән башлана.

Рәсәй президенты сайтында бөгөн дәүләт башлығы ҡул ҡуйған өлөшләтә мобилизация тураһында указ сыҡты

Мобилизация 21 сентябрҙән башлана.
Мобилизация 21 сентябрҙән башлана.

Рәсәй президенты сайтында бөгөн дәүләт башлығы ҡул ҡуйған өлөшләтә мобилизация тураһында указ баҫылған. Документҡа ярашлы, мобилизация 21 сентябрҙән башлана. Мобилизация буйынса саҡырылған граждандарға контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрби тигән статус бирелә, уларға тейешле күләмдә аҡса түләнә. Бынан алда төҙөлгән контракттар ҙа ғәмәлдә ҡала.

Өлөшләтә мобилизация осоронда контракт буйынса хеҙмәт иткән йәки мобилизацияланған граждандар сикке йәшкә етеү, һаулыҡ торошо буйынса йәки судтың иректән мәхрүм итеү формаһында яза тәғәйенләү тураһында ҡарары үҙ көсөнә инеүгә бәйле хәрби хеҙмәттән китергә мөмкин.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә өлөшләтә мобилизация үткәреү буйынса сараларҙы финанслауҙы тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелде. Ил субъекттары башлыҡтары граждандарҙы Рәсәй Федерацияһының һәр субъекты өсөн Оборона министрлығы билдәләгән һанда һәм ваҡытта мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы тәьмин итергә тейеш.

Оборона предприятиеларында эшләгән граждандарға (был ойошмаларҙа эшләгән осорҙа) мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан кисектереү хоҡуғы бирелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-21/opublikovan-ukaz-o-chastichnoy-mobilizatsii-v-rossii-2958876

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в