Яйыҡ
+7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь , 09:55

Кемдәр хәрби хеҙмәткә алынасаҡ?

Мобилизация шарттарында кемдәр хәрби хеҙмәткә алынасаҡ?

Кемдәр хәрби хеҙмәткә алынасаҡ?
Кемдәр хәрби хеҙмәткә алынасаҡ?

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу 21 сентябрҙә «Россия 24» телеканалына интервьюһында мобилизация шарттарында кемдәрҙең хәрби хеҙмәткә алынасағына асыҡлыҡ индерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡандар, хәрби-иҫәп белгеслегенә һәм һуғыш тәжрибәһенә эйә булғандар мобилизацияланырға тейеш.

«Улар армия тураһында белмәгән-күрмәгән кешеләр түгел. Суденттарҙы мобилизациялау хаҡында һүҙ бармай. Тыныс ҡына уҡыһындар. Хәрби хеҙмәттәге һалдаттар ҙа мобилизацияланмай, уларҙы махсус хәрби операция барған ергә ебәрмәйҙәр», — тип билдәләне ул.

Рәсәйҙең мобилизация ресурсы 25 миллионға яҡын кеше тәшкил итә, уларҙың 1% ашыуырағы (300 мең самаһы) өлөшләтә мобилизацияланырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-21/ministr-oborony-rossii-raz-yasnil-kto-podlezhit-chastichnoy-mobilizatsii-2958915

Автор:Алия Даутова
Читайте нас в