Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2022, 09:55

Таңсулпан Ғарипованың юбилейы

"Яйыҡ" гәзитенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, тәүге мөхәррир урынбаҫарын беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ, иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Таңсулпан Ғарипованың юбилейы
Таңсулпан Ғарипованың юбилейы

Ирәмәлдән баш алып...

 “Тәүге хикәйәмде – “Ялан сейәһе”н утыҙ йәшем тулған төндә яҙҙым. Яңыраҡ, күп томлыҡтарымды әҙерләгәндә, шул хикәйәне яңынан уҡып сыҡтым да, бер һөйләменә түгел, һүҙенә лә бәйләнерлек тә урын тапманым. Үҙ ваҡытында Фәрит Иҫәнғолов, Ноғман Мусин, Ирек Кинйәбулатов, Әмир Гәрәев кеүек башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалдары был әҫәрҙе юғары баһалағандар икән, хаҡлы булғандар бит, тип уйлап ҡуйҙым,” тип яҙа– Таңсулпан Ғарипова үҙенең бер интервьюһында.

Эйе, “Ялан сейәһе” ‒ бөгөн бай тарихлы башҡорт әҙәбиәтенең ижадҡа үҙ моңо, үҙ теле, үҙ фекере, халыҡсан асылы менән килеп, унда бәҫле урын биләгән ҡатын-ҡыҙ яҙыусының тәүге әҫәре. Башҡортостандың Учалы районында, дүрт оло йылғаға йәшәү биргән мәшһүр Ирәмәл итәгендә күңеленән урғылып, аҡ ҡағыҙға төшә. 1977 йылдың сентябрь айында, яҙыусының 30 йәше тулған төндә яҙылып, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 1979 йылда китап булып донъя күргән был әҫәр китап уҡыусылар өсөн генә түгел, хатта авторҙы яҡшы белгән туғандары, дуҫтары, таныштары өсөн дә көтөлмәгән яңылыҡ була. Шул уҡ ваҡытта ул автор өсөн оло әҙәбиәткә аяҡ баҫырға етди заявка ролен дә үтәй. Һәр хәлдә йылдар үткәсерәк, әҙибәне Башҡортостан яҙыусылары берлегенә ағзалыҡҡа ҡабул итеү ултырышында бөйөк Мостай Кәрим, был хикәйәне күҙ уңында тотоптор инде: “Таңсулпан Ғарипованың өйрәнсек осоро булманы, ул әҙәбиәткә йондоҙ атылғандай килеп инде!” ‒ ти. “Ялан сейәһе”нән һуң Таңсулпан Ғарипованың бер-бер артлы лирик стиль, халыҡсан тел менән яҙылған “Күгәрсен йыры” исемле өп-өр яңы хикәйәләрҙән торған йыйынтығы, “Ай менән Ҡояш бер генә” исемле повесть һәм хикәйәләр китабы донъя күрә.

Уҡыусы һағая: тормошто тәрән белгән, нескә психологизм менән һуғарылған әҫәрҙәр ижад итеүсе кем ул? Ҡайҙа үҫкән? Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин тәүге китабынан уҡ “әҙер яҙыусы” тип нарыҡлаған йәш авторҙың тормошҡа ҡарашы, эстетик асылы нисек, ҡайҙа формалашҡан?

Әйтергә кәрәк, Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова үҙе тураһында әҫәр яҙмаған. 1977 йылдан бирле яҙыусы менән ҡатар тормош, хеҙмәт юлы үтһәм дә, уның хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе автор менән ҡоролған бик күп әңгәмәләр аша алдым. Төрлө гәзит-журнал биттәрендә баҫылған әңгәмәләрҙең күбеһен яҙыусы үҙенең күп томлыҡтарына индергән. Тематик төрлөлөк, фекер тәрәнлеге менән айырылып торған был яҙмалар ентекләп уҡығанда уҡыусыға яҙыусы йәшәгән осор, донъя, кешеләр һәм, әлбиттә, шәхси үҙе тураһында бик күп мәғлүмәт бирә. Күп, ләкин яҙыусының биографияһын, уның яҙыусылыҡ һөнәрен, башҡа эшмәкәрлеген тулыһынса күҙ алдына баҫтырырлыҡ кимәлдә үк түгел. Шуға ла мин был мәҡәләмдә Таңсулпан Ғарипованың Учалы ерлегендә тыуған әҫәрҙәренә түгел, ә уның Учалы районында 20 йылға яҡын йәшәү осорондағы эшмәкәрлегенә туҡталырға булдым, сөнки яҙыусының ижадын уның йәшәү рәүешенән айырып өйрәнеү мөмкин түгел кеүек.

Ғариповтар Учалы ҡалаһына 1976 йылда килә. Тормош иптәше Хәйҙәр Учалы художество мәктәбендә уҡыта һәм шул ваҡытта Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейын башҡорт халҡының боронғо дәүерҙәрҙән алып бөгөнгә тиклем йәшәү рәүешен, кәсебен күрһәткән композициялар, манекендар менән йыһазландыра башлай.

Был оҙайлы ваҡыт, милли йөҙ-һыҙаттарҙы кәүҙәләндергән экспозицияны тыуҙырыу көп көс һәм оҫталыҡ талап итеп ҡалмай, Ғариповтарҙың тотош ғаилә шөғөлөнә әүерелә, тиҫтә йылдар дауамында дауам иткән был эшмәкәрлек Таңсулпан Ғарипованың ял, йоҡо иҫәбенә башҡарыла, сөнки йәш яҙыусы был саҡта “Ураҡ һәм Сүкеш” район гәзитендә эшләй. Был йылдар тураһында әҙибә үҙенең 2021 йылдың декабрь һанында “Ағиҙел” журналына биргән “Тәҡдир ҡәләмдәре миндә булһа” тигән интервьюһында былай ти: “... ике тәкә башы бер ҡаҙанда бешмәй, тиҙәр, ләкин мин үҙемдең шул тәкә баштарының береһе икәнлекте аңламағансы, тотош ғүмер, ең һыҙғанып ижад итер йылдар үткән дә киткән. Йәш саҡта ижади шәхесте мин бары тик Хәйҙәрҙә генә күрҙем. Уның пландары – минең пландарым. Хыял икебеҙгә берәү. Ғаилә тормошо ошо йүнәлештә формалашты: мәктәптән, редакциянан буш ваҡыт Хәйҙәрҙең оҫтаханаһы өсөн”!

Автор шундай мәшәҡәтле тормош менән йәшәһә лә, Учалы ҡалаһының ижтимағи-мәҙәни тормошоноң уртаһында ҡайнаны. Уның “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә эшләгән осоро гәзит биттәрен “Ер һәм кешеләр”, “Ҡәйнәләр һәм килендәр”, “Йондоҙло юлдар” кеүек етди проблемалар күтәргән рубрикалар алып барыуы менән байытһа, судта халыҡ заседателе булараҡ ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә “Суд залынан” рубрикаһы аҫтында әленән-әле сағыу репортаждар алып барыуы уйландыра ла, тетрәндерә лә ине. Уның араһында Таңсулпан Ғарипова “Урал йәшмәләре” әҙәби берекмәһе менән дә тығыҙ бәйләнештә булды. Уларҙың халыҡ алдында сығыштары, халыҡҡа әйтер һүҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре берекмәнең абруйын күтәрҙе. Таңсулпан Ғарипова был кисәләрҙе үҙенең халыҡ йырҙарынан торған репертуары менән дә биҙәне, халыҡҡа кәрәкле мәлдә иң кәрәкле һүҙҙе әйтә белде. Әгәр ҙә республикала тәүгеләрҙән булып Учалы ҡалаһында яҙыусылар ойошмаһы асылған икән, нәҡ шул “Урал йәшмәләре” әҙәби берекмәһенең халыҡ араһындағы абруйы сәбәп булды. Ул ваҡытта Учалы ҡалаһында бер түгел ике – Таңсулпан Ғарипова һәм Мәүлит Ямалетдинов йөҙөндә Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзалары үҫеп сығыу хәл иткес роль уйнаны һәм ойошманың тәүге етәкселәре лә улар булды.

Һикһәненсе йылдарҙың башы Таңсулпан Ғарипованың әленән-әле үҫә, популяр була барған ижадына ыңғай тәьҫир яһаған тағы бер миҙгел менән билдәле: КПСС-тың Өлкә Комитеты йәш ижадсылар конференцияһында маҡталып, ВЛКСМ Өлкә Комитетының Почет грамотаһына лайыҡ булған “Ялан сейәһе” китабының авторын, тәжрибә һәм тормошсан материалдар тупларға ярҙам итеү ниәте менән йәш әҙибәне Учалы районы хужалыҡтарының береһенә – “Башҡортостан” колхозына 2 йыллыҡ ижади командировкағы ебәрҙе. Эйе, кемдер яҙыусылыҡ һөнәрен камиллаштырыу маҡсатында Юғары әҙәби курстарға юллана, Таңсулпан Ғарипованы тормош тағы ла төпкәрәк, төп сығанаҡтарға этәрҙе: ике йыл буйына колхоз производствоһын, агротехниканы, зооветеринария асылдарын өйрәнеү, ауылда йәшәгән һәм күмәк хужалыҡтың иң башында торған игенселәр, малсылар менән осрашыу яҙыусының артабанғы ижадын ярһыу ағым – тере һыу булып килеп инде.

Ул ижади командировкала булған осор – 82-83-сө йылдар. Уңдырышлылығын юғалта барған ҡара тупраҡ тураһындағы бәхәстәр ҡыҙған осор. Ошо нигеҙҙә Таңсулпан Ғарипова көслө драматизм һәм тәрән психологизм менән һуғарылған, ҙур проблемалар күтәргән “Аҡ тирәк” исемле тәүге драмаһын ижад итә. Сибай башҡорт дәүләт театрының шул ваҡыттағы режиссеры: “Был әҫәрҙе  мин баш осомда таш яуһа ла, ҡуясаҡмын!” – тиһә лә, партия функционерҙары әҫәрҙең сәхнәгә ҡуйылыуына ҡырҡа ҡаршы була, һәм тамашасы хөкөмөнә тапшырылмай ҡала, уның ҡарауы әҫәр күтәргән идея – ил инәһе Гөлниса монологы – авторҙың йөрәк һүҙе итеп ташҡа яҙыла: “...Тупраҡ ҡеүәтенең сикһеҙ түгел икәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Васыят итеп әйтәм: нәфсегеҙгә хужа булығыҙ! Уйламай ҡырҡылған һәр ағас, киптерелгән һәр гектар ер, тупраҡҡа һибелгән һәр грамм ағыу алыҫ йылдарҙан яуыз яңғыраҡ булып үҙен ишеттерә күрмәһен – киләсәк быуын ҡарғышын алыуҙан ҡурҡығыҙ! Икмәктән бер кем оло була алмай – шуны онотмағыҙ!” Ҡатмарлы, сағыу характер, тәрән проблемалар күтәргән был әҫәр, кешелек икмәк менән туҡланыуҙан туҡтамаһа, үҙенең актуаллеген юймаясаҡ, киреһенсә, заман хәл итәһе этик һәм экологик мәсьәләләр ҡырҡылашҡан һайын бәҫе артасаҡ.

‒ Әйткәндәй, 80-се йылдар уртаһында яҙылған, замандың этик, эстетик, экологик проблемаларын, ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге хәле, әсәлек бәхете кеүек мәңгелек ҡиммәттәр төшөнсәләрҙән хасил булған “Ай менән Ҡояш бер генә” повесын да автор ошо йылдарҙа яҙҙы. Повесть тиҙ арала киң ҡатлам уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте, һөйөүен яуланы. Әҙибәнең: “Магазинға 8 мең тираж менән сыҡҡас, тағы алырмын әле, тип йөрөһәм, ай ҙа үтмәй, китап бөткән дә ҡуйған! “– тип көйәләнеп йөрөгәне хәтеремдә. Кире һәм ыңғай геройҙарҙың тенденциоз күсермәһенән биҙгән уҡыусы Таңсулпан Ғарипова геройҙарының эске күңел торошон тасуирлаған әҫәрҙәренә һыуға сарсыған юлсы ҡомһоҙлоғо менән ташланды. Ошо йылдарҙа ул балалар өсөн дә ижад итә башланы һәм аҙаҡ “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары” исемле ҡыҙыҡлы әкиәттәр тупланмаһының тәүге өлөшөн яҙып, китап итеп сығарҙы.

Етмешенсе йылдар уртаһынан 90-сы йылдар урталығы дауамында Учалы ҡалаһында йәшәү дәүерен ижад эше нисек кенә мауыҡтырғыс, емештәре нисек кенә танһыҡ, татлы булмаһын, яҙыусы ғүмеренең был осоро уның ижтимағи тормошо, йәмәғәт эшмәкәрлегенең, әүҙемләшкәндән-әүҙемләшә барыуы менән билдәләнде, тиһәм һис яңылыш булмаҫ кеүек.

Был осор илдең ижтимағи тормошо ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә ине – бөтә нәмә хәрәкәттә. Ил иҡтисади көрсөктән сығыу юлын эҙләй, мәғариф тә көндән-көн ҡыҫыла, мәктәптәрҙән китә башлаған тыуған тел проблемалары тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә, мәҙәниәттә лә шул уҡ хәл.

‒Хәтеремдә, 1989 йылда КПСС-тың ҡала Советы бинаһында үткән партия конференцияһы бара. Т.Ғарипова партия ағзаһы түгел ине. Уның үҙе тураһында: “Мин партияһыҙ коммунист!” ‒ тигәне лә иҫтә. Бына ошо конференцияла халыҡ, шаҡ ҡатып, яҙыусының милли матбуғат ниндәй булырға тейешлеге хаҡындағы сығышын тыңланы: “Ошоғаса йәшәп килгән дубляж гәзиттәр халыҡтың теленә генә түгел, аң кимәленә лә ҙур зыян яһай, тел ярлылана, фекерләү ябайлаша, телмәр примитивҡа әйләнә, лексик берәмектәр юғала”. Артабан Т.Ғарипова үҙенең сығышында дубляж гәзитенең ни өсөн кеше мейеһенә зарар итеүенең сәбәптәрен асты.

‒ 1990 йылдың 1 ғинуарында Учалы ҡалаһында үҙаллы “Яйыҡ” исемле саф башҡортса гәзит донъя күргән икән, бында, һис шикһеҙ, Т.Ғарипованың ана шулсығышы ҙур роль уйнаны. Әҙибә иһә сығыш яһап ҡына ҡалманы – гәзит эшенә төптән егелде. Баш мөхәррир урынбаҫары булараҡ, коллектив туплау, йәш журналистарҙы эшкә йәлеп итеп, уларҙы эшкә өйрәтеү бурыстарын да үҙ өҫтөнә алды. Ул үҙе лә яҡшы сифатлы очерктар, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләләрҙе күп яҙҙы, ҡасабаларҙа урындағы проблемаларға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторҙо, халыҡ араһына сығып, уларҙың эштәре тураһында репортаждар яҙҙы. Ул саҡта матбуғатты “дүртенсе власть” тип йөрөтәләр ине. “Яйыҡ”, ысынлап та, үҙенең тәүге көндәренән үк халыҡ тормошоноң күңел көҙгөһөнә, яратҡан баҫмаһына әүерелде. Хәтеремдә, Муса Мортазин исемендәге әҙәбиәт, матбуғат, мәҙәниәт өлкәһендәге район премияһы ла булдырылды. Уның Положениеһын Таңсулпан Ғарипова үҙе яҙып, тейешле органдарға еткерҙе. Учалыла йәшәп ижад итеүселәрҙең был премияны алмағандары һирәктер хәҙер, ә Таңсулпан Ғарипованың ошо көнгә ҡәҙәр бер генә район премияһы ла юҡ. Бер һөйләшкәндә: “Кешенең аты үткәнсе, үҙемдең тайым үтһен, тип йөрөмәнем. Яҡшылыҡ ҡыл да һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә халыҡ белер,” ‒ тине ул.

‒ Тартҡан атҡа күп тейәйҙәр – был һәр кемгә асыҡ. Таңсулпан Ғарипованы ла төрлө юҫыҡҡа тартҡыланылар. Туҡһанынсы йылдар башында Учалы зыялылары менән күптән хыялланып йөрөгән Учалы музыка училищеһында башҡорт фольклоры бүлеген астырыуға өлгәштек. Бүлеккә мөдир итеп райондың мәҙәниәт бүлеген етәкләп, гөрләтеп эшләп йөрөгән еремдән, мине саҡырҙылар. Бүлектең әһәмиәтен, киләсәген аңлап мин риза булдым, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп, бөтөнләй яңы уҡыу программаһын төҙөү һ.б... Уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн әҙерлекле кадрҙар кәрәк. Эште кадрҙар туплауҙан башланым: йырсылар, музыканттар, хореографтар бар, ә бына күп яҡлы гуманитар фәндәрҙән кем уҡытыр? Башҡорт әҙәбиәте, этнография, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, сәхнә телмәре, ғәрәп яҙмаһы, ислам тарихы – был аҙ сәғәтле фәндәрҙең барыһын да алып барырлыҡ күп яҡлы, тәрән белемле белгес кәрәк. Бик оҙаҡ баш ватып йөрөгәндән һуң, уйҙар осо Т. Ғариповаға барып тоташа: 1989 йылда воскресный мәктәп асып, ислам тарихын, ғәрәп яҙмаһын өйрәтеп, Исмәғил хәҙрәт менән “Фиҡҡул ислам” тигән китап, йәнә “Ғәрәп әлифбаһы” сығарып, ошо темаға урындағы радионан сығыштар эшләүе, Учалы крайҙы өйрәнеү музейында тормош иптәше скульптор Хәйҙәр Ғарипов менән этнографик панорамалар тыуҙырыуы, ниһәйәт, университетты тамамлағандан һуң Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғәрәп графикаһында яҙылған ҡомартҡылар нигеҙендә тестологик эш алып барыуы, халыҡ йырҙарының тарихын белеп, оҫта йырлауы ‒ барыһы ла баштан үтте... Ҡыҫҡаһы, бер көн кис, ни булһа ла булыр тип, мин Ғариповтарҙың ишеген шаҡыным.

Һөйләшеү еңел булманы. Таңсулпан Ғарипова яңыраҡ сыға башлаған “Яйыҡ” гәзитендә эшләй, Учалы яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант, “Ирәмәл” халыҡ үҙәгенең әүҙем ағзаһы, үҙебеҙҙең халыҡ вәкилдәрен Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары органдарына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы үткәреү буйынса, уларҙың ышаныслыһы булараҡ, Урал аръяғы райондарында ҙур эштәр башҡара, ғаилә, балалар, баҡса – ҡыҫҡаһы, уның беҙҙең бүлеккә эшкә килеү амплитудаһы мөмкин булғандан булмағанға күберәк ауыша. Төн буйы һөйләшеү таңға күсте. Үҙем менән килгән кесе улым инде етенсе төшөн күреп йоҡлай. Хәйҙәр Ғарипов минең яҡҡа күсте. Таңсулпан апай менән бәхәс дауам итә, ахырҙа, мин бығаса запаста торған аргументты ҡуйҙым.

‒ Эшкә килмәҫ булғас, ни өсөн мәҙәниәт министры Салауат Әминевҡа Учалыла башҡорт музыка училищеһын асырға кәрәк! – тип инеп йөрөнөгөҙ? Әле бында бүлектә эшләргә кеше юҡ, кем эшләр, тип уйланығыҙ?

‒ Шулай, ләкин... Минән башҡа кеше юҡмы?

‒ Юҡ! Этте кем үлтергән, шул һөйрәй...

Апай байтаҡ ваҡыт, аптырап ултырғандан һуң риза булды. Йоҡлаған баланы Хәйҙәр ағай, күтәреп, машинаға сығарып һалды. Таңғы дүрттә мин еңеү менән ҡайтып киттем. Иртәгәһенә Таңсулпан Ғарипова “Яйыҡ”та эш сәғәтен бөтөрөп, киске 17 сәғәттә училищела тәүге дәресен үткәрергә килде.

Фольклор бүлеге эште дөйөм ятаҡтың ике бүлмәһенән класс яһап, репетициялар өсөн подвалды яраҡлаштырып, үҙ эшен башланы.

Төрлө райондарҙан килгән йәш балалар. Гуманитар фәндәрҙең барыһы ла Таңсулпан апайҙа булғас, улар менән иң күп осрашҡан уҡытыусы ла ул. 1991-1992 йылдар ил буйынса сәйәси генә түгел, иҡтисади ла ҡытлыҡ осоро булды. Таңсулпан Ғарипова студенттарҙың яҡын кәңәшсеһенә, үҙ кешеһенә әйләнде: ҡайһыларын өйөнә алып ҡайтып йәшәтте, баҡсаһында үҫкән йәшелсәләр, студенттарҙың рюкзактарына тейәлеп, ризыҡтарына әүерелде. Студенттар менән “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”. “Әбейҙәр сыуағы” кеүек йола байрамдары үткәрһәк, уларға сценарийҙы Таңсулпан Ғарипова яҙа ине. Шул уҡ ваҡытта әҙибә район һәм халыҡ араһында сығыш яһауҙар, осрашыуҙар кеүек сараларҙа ла актив ҡатнашып йәмәғәтселек, уҡытыу эштәрен дә ҡалдырмай алып бара. Шул йылдарҙа Учалы крайҙы өйрәнеү музейы өсөн партия ҡала комитетының элекке бинаһын юллап алыу, аҡыл үҫеше тотҡарланған балаларҙы элекке кеүек Инйәргә илтеп тапшырмай, ҡалала ҡалдырып, улар өсөн махсус класс булдырыу, балалар баҡсаһында һәм мәктәптәрҙә башҡорт кластары асыу һымаҡ кеүек сараларҙың да Таңсулпан Ғарипова башында торҙо.

Ҙур пландар менән янып йөрөгәндә, 1995 йылда мине Мәҙәниәт министрлығына эшкә алдылар. Быны коллектив еңел кисермәне. Республика урта уҡыу йорттары араһында фольклор фестивале уҙыр алдынан ғына булды. Сара Учалыла үтергә тейеш, сөнки унда инде даны республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле булған фольклор бүлеге, “Ҡойон” халыҡ бейеүе ансамбле бар. Бына шул фестивалгә сценарий яҙыуҙан башлап, режиссер эше лә Т. Ғарипова елкәһенә төшә. “Башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын тасуирлаған тамаша башҡорт ауыҙ-тел ижадының да, этнографияһының да иң гүзәл идеяларын туплап, тамашасыға тәҡдим ителә. Ҡыҫҡа ваҡытта әҙерләнеп, халыҡтың иҫ китмәле илһөйәрлек рухын сағылдырған был тамаша жюри тарафынан юғары баһалана һәм Гран-при яулай.

Был турала һүҙ сыҡҡанда Таңсулпан апай: “Режиссураға һинән өйрәндем, ‒ тиер ине. – Рәми Ғариповтың тыуыуына 60 йыллыҡ кисәгә әҙерлек барышында, сценарий яҙыуҙы миңә тапшырҙың, ә үҙең режиссер инең. Сәхнә хәрәкәттәренең мөһимлеген бөтә деталдәренә тиклем ентекләп әҙерләү хәжәтен шунда аңланым. Ғөмүмән, һинең менән бергә эшләү күп нәмәгә өйрәтте мине!”.

Үткән йылдар, бергә эшләгән замандар хаҡында уйланғанда, минең дә ҡайһы бер нәмә иҫкә төшә. Күп ваҡыт минең һары “Жигули” Таңсулпан апай менән минең кәңәш урынына әүерелде. Берәй яңы проектты башлар алдынан, бөтә яҡлап өйрәнеп, таңға тиклем машинала кәңәшләшеп ултыра инек. Таңсулпан Ғарипова һәр эште төптән уйлап, алға ҡарап кәңәштәр бирер ине. Училищела эшләү дәүерендә, бергә уҡытҡан йырсы, музыкант, һәүәҫкәр композитор Рәмил Ғимранов менән “Һөйөү вальсы”, “Аҡ тирәк”, “Гөлдәр, Гөлдәр” исемле йырҙар ижад иттеләр. Ә бына уның мин фәҡирәгеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын, үҙе әйтмешләй, йөрәк һүҙҙәрен, ошо сығышымда яңғыратып китергә булдым, сөнки улар әлегәсә бер ҡайҙа ла баҫылмаған. Таңсулпан апайҙың проза, драматургияла ғына түгел, шиғриәттә лә ҡәләм тибрәткәнен башҡаларға күрһәткем килеп тә, бирергә булдым мин уларҙы:

 

Һанаманыҡ үткән ғүмерҙәрҙе,

Юраманыҡ килер көндәрҙе –

Был алдатҡыс донъя бер һелтәүҙә

Гүр эйәһе итмәй кемдәрҙе?!

Һанаманыҡ, ләкин күпһенмәнек

Өлөштәргә төшкән йөктәрҙе –

Йәштәр тамһа тамды, тик сүкмәнек –

Йөрәк барын үҙе күтәрҙе.

Эйе, юраманыҡ. Дандан, наҙҙан

Ауыҙ иттек, сама боҙмайса;

Гөлләмәләр яуһа күк күҙенән,

Онотманыҡ: донъя – ҡуласа!

Иллене лә үттек. Инәһе беҙ илдең.

Ҡырау өтә тулҡын сәстәрҙе.

Ярһыһа ла йөрәк, ашып ташмай –

Иңде баҫты илде хәстәре.

Барыһы ла үтте. Йәйҙәр артта ҡалды,

Ҡарҙар яуа, буран бураҙна.

Ах! Ниңә һуң һары япраҡ аша

Йәнде үртәп, миләш ҡыҙара?!

Бына ошо ҡыҫҡа ғына шиғыр юлдарына Т. Ғарипова Учалыла минең менән йәнәш үткән ғүмергә йомғаҡ яһаған, шаулы-даулы, көрәш һәм бәхәстәр аша табылған ысынбарлыҡтың фәлсәфәүи асылын асҡан. Әммә беҙҙең хеҙмәттәшлек Учалы осоро менән бөтмәне: Мәҙәниәт министрлығында эшләгән дәүерҙә беҙҙең юлдар Ғарипова-драматург, Ғарипова-сценарист булараҡ киҫешһә, аҙаҡ, БР Әҙәбиәт музейын етәкләгән осорҙа, ул музей үткәргән сараларҙың үҙәгендә актив ҡатнашты. Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейы сараларынан алып, республикананан башҡа өлкәләрҙә үткәргән сараларҙа беҙ уның ярҙамына таяндыҡ.

Бер саҡ, Өфөнән Учалыға юл тотоп, беҙҙең сабынлыҡ янынан үткәндә мин әрнеп: “Атай-инәйҙәр киткәс, сабынлыҡтың да ҡото китте”, ‒ тинем. Күп тә үтмәне, Таңсулпан апай миңә бер бит ҡағыҙ һуҙҙы ла:

 ‒ Уҡы әле?! – тине.

Унда яҙылғандар минең йөрәккә уйылды, бигерәк тә һуңғы юлы: “Орлоҡтарын ергә түгәйем” тигән һүҙҙәре күп йылдар иҫтән сыҡмай, тормошта оҙата килде.

‒ Бирсе, Гөлдәр, бирсе, ай салғыңды

Яҡты күҙҙә яный һалып ҡына бирәйем,

“Ҡото киткән!” ‒ тиһең сабынлыҡтың

Баҙрай балан. Суҡ-суҡ тәлгәштәрен

Иҙыратмай ғына тирәйем.

Үләндәрҙән киткән йәшеллектең

Юшҡындарын күрәм күҙеңдә

Киткәндәрҙең гүре яҡты булһын ‒

Сабынлыҡтың ҡото, бел, һиндә!

Эйе, һеңлем, һин хәҙер үҙең ҡот,

Булмышыңда – атаң булмышы.

Ана, ҡоштар оса! Һаубуллаша,

Тауышында – әсәң һағышы.

Биресе, Гөлдәр, бирсе, ай салғыңды,

Яный һалып ҡына бирәйем;

...Ҡыу үләндәр ҡыштыр, ҡыштыр килә –

Орлоҡтарын ергә түгәйем.

Бына шулай, был минең атай-әсәй менән хушлашҡан йыл ине. Әҙибә шул саҡтағы кәйефемде эске һиҙгерлеге менән тотоп алып, ошо юлдарҙы шунда уҡ ижад итеп, мине тынысландырырға уйлаған булып сыҡты.

Кеше күңелен ошолай тойор өсөн яҙыусы ҡатынға ниндәй тормош бурандары аша үтергә һәм рухын камил көйө һаҡлап ҡалырға кәрәк булғандыр?! Миңә уның тормошоноң  төрлө ҡырҙар менән сағылғанын күрергә лә тура килгеләне. Бына Октябрь байрамы. Көҙгө көн кискә ауышҡас, әсе ел хатта машина эсендә тынды ҡурғандай. Мин Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты яғынан ҡайтып киләм. Тау башында кемдер берсә эйелеп, берсә турайып, нимәлер эшләй. Туҡтап, машинанан төшөп, яҡын барҙым:

‒ Таңсулпан апай?! Нишләйһегеҙ ул?!

‒ Бына... формаларҙы буяйым.

‒ Ниндәй формалар?

‒ Учалы ауылына китә торған юлдың ситенә ҡуйыла торған боландың формаһы.

‒ Өшөп бөткәнһең бит?!

‒ Эйе, әсе ел шул...

‒ Әйҙә, ултырығыҙ, алып ҡайтам!

‒ Анау Камаз төбөндә – малайҙарым. Уларҙы елдән ышыҡлап маташҡайным.

Төндө көнгә ялғап скульптор иренең ауыр эштәрен башҡарған әҙибә Учалы халҡының күптәренең иҫендәлер, ә йәштәр инде белмәйҙер ҙә. “Хәйҙәр Ғарипов эшләгән һындарҙың һәр береһен әүәләгән балсыҡ минең устарым аша үтте”, ‒ тип яҙғайны бер саҡ әҙибә. Был ысынлап та шулай. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Халидар улы Ғариповтың Учалы, Сибай ҡалалары һәм республиканың тиҫтәләрсә район үҙәктәре урамдарын биҙәгән һындарҙың һәр береһендә тыныс тәбиғәтле, кеселекле һәм кешелекле әҙибәнең йөрәк йылыһы, ҡулының көсө һәм илһөйәр рухы бар.

Күләм менән сикләнгән был ҡыҫҡа ғына яҙмала Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының Учалыла 20 йылға яҡын эшләү һәм йәшәү дәүерендә атҡарған эштәре хаҡында тулы мәғлүмәт биреү мөмкин дә түгел, ә күпме ауыл клубтарына йөрөп, беҙ уның менән бергә сығыштар яһаныҡ...

Яҙыусы, С. Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың ҡәләмдәшенең 70 йәшенә ҡарата яҙған “Мәшһүр әҙибә” исемле мәҡәләһенән түбәндәге юлдарҙы иҫкә төшөрөү урынлы булыр һымаҡ: “Таңсулпан Ғарипова – башҡорт әҙәбиәтенең, беҙҙең халҡыбыҙҙың һирәк тә, маһир ҙа, бик күренекле лә һүҙ оҫтаһы, мәшһүр әҙибә. Бар ул, ул бар һәм – ул беҙҙеке, башҡорттоҡо…”

Күп йылдар үтер, аңлауҙар, фараз йөрөтөүҙәр, хатта комментарий төрҙәре лә алмашыныр, әммә бар булған ижад, әҫәрҙәр юҡҡа сыҡмаҫ. Улар, дәүер һынауын үтеп, киләсәккә етер һәм шунда бер ыңғайҙан беҙҙе лә иҫләрҙәр, беҙҙе Таңсулпандың иптәштәре, дуҫтары, замандаштары, рухташтары, тиерҙәр!..

Бына шулай, замандаш яҙыусыбыҙ Таңсулпан Ғарипованың ижады 1977 йылдың 22 сентябрендә Учалы ҡалаһында башланып, Ирәмәл аҫтынан атылып сыҡҡан йылғаларҙың береһе кеүек, инде 45 йыл йә “Ҡара юрға”лай ярһып сабып, йә “Ғилмияза” йыры кеүек тетрәндереп, йә “Ялан сейәһе”ндәй баҙрап, йә “Айлы төн”дәй тонйорап, йә “Бөйрәкәй”ҙәй наҙлап, йә “Илекәй”ле ҡырҙай үҙенә тартып, йә “Аҡ тирәк”тәй балҡып, йә “Ай һәм Ҡояш” булып нурланып, күңелдәрҙе имләп, дарманға дәрт, йәнгә сихәт биреп, аға ла аға. Был йылғаның ағышын тыңлаған һайын, уның ижади яҙмышының яҡты киләсәгенә ышаныс артҡандан-арта, сөнки уны туҡландырған тупраҡ – мәңге йәш, таланттарға бай, замандың ниндәй булыуына ҡарамай, һулымай йәшәп килгән халыҡ күңеле. Уның үткәне, бөгөнгөһө һәм хыялы яҡты.

 

Гөлдәр Моратова,  БР  Милли әҙәбиәт музейы  директоры,

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,

С. Юлаев ордены кавалеры

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: