Яйыҡ
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2022, 16:17

93 кеше тешләнгән!

Эт тураһында ни белер кәрәк?

93 кеше тешләнгән!
93 кеше тешләнгән!

Каникулдар артта ҡалды, балалар мәктәпкә йөрөй.  Уҡыу йортона илткән юлдар имен булһын өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һис тә оноторға ярамай. Мәҫәлән, эт ҡаршы осраһа сабый ни эшләргә тейеш? Ә берәҙәк эттәр өйөр менән уратып алһа?

Балаларға аныҡ төшөндөрөргә кәрәк – ситтән һөйкөмлө булып күренһә лә, һәр эт – ул тәү сиратта йыртҡыс хайуан.  Берәй хәл-ваҡиғаны ҡурҡыныс  менән янай тип ҡабул итһә,  үҙен, ризығын йә балаларын  теш-тырнағы менән һаҡлаясаҡ. Шуға ла көсөктәргә, ашаған эткә яҡынлашырға, шулай уҡ берәҙәк эттәргә аҙыҡ өләшергә ярамай.

Эттәр янында йүгерекләү,ҡысҡырыныу, берәй нәмә менән һелтәнеү , ҡәҙимгенән айырылған башҡа хәрәкәттәр ҡылыу  (мәҫәлән, балаларҙың уйындары) уларҙа “ҡурҡыу агрессияһын” ҡуҙғата. Ә бына йүгереп ҡасҡан кешене эт көсһөҙ зат, тип ҡабул итә, “эҙәрлекләү инстинкты” ҡабыныуы мөмкин. Шуға ла эттәргә арҡа менән боролорға, йүгереп ҡасырға кәрәкмәй. Арттан баҫтыра икән, туҡтарға, йөҙ менән боролорға һәм эттең күҙенә тура ҡарар кәрәк. Был осраҡта, минән ҡурҡмай, көслөрәк булыуы мөмкин, тип үҙе лә баҙнатһыҙыраҡҡа әйләнә. Эт  туҡтаны икән, күҙ ҡарашынан ысҡындырмай яйлап ҡына артҡа сигенеп хәрәкәт итергә ярай.

Эттәрҙең психологияһы шулай ҡоролған – өйөр көн күргән  ерҙерҙе ситтәрҙән ҡарауылларға ынтылалар.  Биләмә сиктәрен бер-нисә кеше төркөм менән үтһә, уларҙы ла өйөр тип ҡабул итеп,  ғәҙәттә һөжүм итергә дөбөрҙәре үтмәй. Ә бына яңғыҙ йәйәүленән ҡурҡмайҙар, абалауҙан тартынмайҙар.  Шуға ла хәүефле урындарҙы балаларға күмәкләп үтеү хәйерлерәк.  Ә иң яҡшыһы – берәй урында эт өйөрө өрөп ҡалған, баҫтырған булһа, ул тирәләрҙе бөтөнләй урап йөрөргә,  эт өйөрө үҙ биләмәһе тип ҡабул иткән ергә яҡынлашмаҫҡа.

 Ҡайһы осраҡтарҙа балаларға эт һөжүм итеүгә   оло кешеләр үҙҙәре сәбәпсе була. Әйтәйек, сабый менән йөрөгән әсә яндарынан эт үтеп барғанда, ҡатын балаһы өсөн ҡурҡып ҡысҡырынырға, ҡул һелтәргә тотона. Эт быны һөжүмгә баһалап,  ҡурҡыуҙан үҙе лә тешләшә башлауы мөмкин.  

Әгәр ҙә эт һөжүм итте икән, ҡабрый әйләнеп баҫырға ла, ҡаты тауыш менән команда ҡысҡырыр кәрәк – “Фу!”, “Нельзя!”, “Сидеть!”  Киҫкен хәрәкәттәр яһамаҫҡа. Эттән күҙҙе алмайынса ғына хужаһын йә башҡа кешеләрҙе ярҙамға саҡырырға.  Ярҙам итеүсе яҡында юҡ икән, этте ҡараштан төшөрмәй яйлап ҡына артҡа сигенеп хәрәкәт итергә. Эт сүгә икән – ташланырға йыйыныуының билдәһе. Был осраҡта эйәкте түбән төшөрөп боғаҙҙы һаҡларға, алға муҡса йә башҡа берәй әйберҙе һуҙғанда, эт тәү сиратта  унда тештәре менән йәбешәсәк.

Дөйөмләштереп әйткәндә, балалар өсөн эттәрҙән һаҡланыуҙың төп ҡағиҙәләре: эт янына яҡын килмә; таныш булмаған эттәрҙе һыйпарға ынтылма; яныңдан эт үтеп бара икән, ҡурҡыуыңды күрһәтмә, кинәттән ҡысҡырырға тотонма; һөжүм иткән эттән боролоп ҡасма; эттәрҙе үсекләмә; ашаған йә йоҡлаған эттән ары йөрө; берәҙәк эттәрҙе ашатма; талашҡан эттәрҙе айырырға маташма; көсөктәргә теймә; эт өйөрҙәрен урап үт. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлаҡыҙ!

                            Раил Бүләков, БР Ветеринария идаралығының                             Урал аръяғы  территориаль бүлеге белгесе

 

Мөхәрририәттән: Федераль һәм республика закондары теүәл үтәлеп, һәр эт ҡараулы булһа, бындай мәҡәләлрҙең кәрәге лә ҡалмаҫ ине. Юҡ шул, урамдарҙа  берәҙәк йөрөгән хужаһыҙ һәм исем өсөн генә хужалы эттәр саманан тыш күп  ултыраҡтарыбыҙҙа.  Әлегә Хоҙай һаҡлаһын тип теләнергә һәм бәләкәй балаларҙы оҙатып йөрөйһө генә ҡала инде... Үкенес, Сәфәр ауылындағы фажиғә лә һабаҡ булманы!

 Учалы ветеринария станцияһынан белештек – быйыл районда 93 эттән тешләнеү осрағы теркәлгән, 11 кешене бесәй тырнай йә тешләй һәм бер осраҡта төлкө тешләгән. Бындай һәр осраҡта ветеринария  белгестәренә хәбәр итергә, медиктарға күренер кәрәк!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: