Яйыҡ
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2022, 08:31

"Ауылым, Ғәлиәхмәрем".

Яҡташыбыҙҙың матур шиғыры

"Ауылым, Ғәлиәхмәрем".
"Ауылым, Ғәлиәхмәрем".

Ауылым Ғәлиәхмәрем.

Остотауға менеп ҡарап торам,
Ҡулдарымды ҡуйып ҡашыма.
Матурһың һин, тыуған ауылым,
Ғәлиәхмәрем минен
төйәгем.

Һоҡланам һинең тәбиғәтеңә,
Йылғаларың, кисеуҙәреңә.
Өйҙөҡараташың,Ташмороноң,
Биҙҙергәнең, Яҙҙау биленә.

Күренеп тора киң яландарың,
Йәйләүҙәргә сыҡҡан юлдарың.
Тапалып та бөткән
Тәтегәстең,
Тотҡонлоҡтан ҡасҡан һуҡмағы.

Ә шулай ҙа иҫтә ауылымдың,
Батырҙары, яугир улдары.
Онотолмаҫ улар бер
ҡасан да,
Һаҡланырҙар мәңге
күңелдә.

Табиб, юристарың бик күп һинең,
Уҡытыусыларың да
бихисап.
Шахтер,тракторсы һәм малсы,
Барыһы ла улар эшсәндәр.

Дәртле халыҡ йәшәй һиндә,
Ғәлиәхмәрем, тыуған ауылым.
Бер ҡасан да.Һеҙҙе
ташламам,
Ауылдаштарым, тыуған яҡтарым!

Нәҡип  Әйүпов, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: